

Электр станцияһының проект ҡеүәте 4,9 МВт самаһы тәшкил итәсәк. Был Башҡортостанда эшләгән барлыҡ ҡояш электр станциялары ҡеүәтенең 7,1 процентына тиң. Әле объект 80 процентҡа әҙер.
Проект предприятиеның энергетика балансындағы “йәшел” электр энергияһы өлөшөн байтаҡҡа арттырып, производствола углерод эҙен кәметәсәк. Төҙөлөштө киләһе йыл башында тамамларға ниәтләйҙәр.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, республикалағы иң ҙур предприятиеларҙың береһендә ошондай технологияны ғәмәлгә индереү “йәшел” ПЭТ-гранулдар етештереүҙе тулыһынса тәьмин итәсәк. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектында билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткесенә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/415123/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/189481