Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
7 Декабрь 2021, 11:04

Хәҙер ҡағиҙә боҙоп булмаясаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәҙер ҡағиҙә боҙоп булмаясаҡХәҙер ҡағиҙә боҙоп булмаясаҡ
Хәҙер ҡағиҙә боҙоп булмаясаҡ

“Ростелеком” компанияһы Нуриман районында юл хәрәкәтен күҙәткән видеокамералар ҡуя башланы.

 
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын (Национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Ростелеком” компанияһы Нуриман районында юл хәрәкәтен күҙәткән видеокамералар ҡуя башланы.

2019 йылда был районда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фото һәм видео аша теркәп торған туғыҙ камера ҡуйылғайны инде. Уларға хәҙер тағы 12 прибор өҫтәлә. Йыл тамамланғансы уларҙы Павловка, Ҡыҙылъяр, Чандар, Яман-Порт ҡасабалары янында һәм Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка юлында Иҫке Күл, Нимесләр һәм башҡа ауылдар эргәһендә урынлаштыралар.

“Фото һәм видеотеркәү камераларын ҡуйыу юлдағы хәлгә ыңғай йоғонто яһар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу һәм юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметер тип ышанам”, – ти район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдыҡов.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайтынан.

 Автор:Рәшит Кәлимуллин

Хәҙер ҡағиҙә боҙоп булмаясаҡ
Хәҙер ҡағиҙә боҙоп булмаясаҡ
Автор:
Читайте нас