Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2021, 10:32

Эш тамамланған тиерлек

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эш тамамланған тиерлек
Эш тамамланған тиерлек

Башҡортостанда быйылғы үткән айҙарҙа 300 километрҙан ашыу автомобиль юлдары ремонтланды. 

 
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (Национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә башҡарыла.

“Ошо милли проект буйынса беҙ ете миллиард һумлыҡ эш башҡарҙыҡ, был сумманың 1,7 миллиард һумы федераль ҡаҙнанан бирелде. Ағиҙел аша ҡушылма күперҙе планда ҡаралған ваҡыттан өс айға алдараҡ файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Был техник яҡтан үтә ҡатмарлы проектты ике  йылдан да аҙыраҡ осорҙа тамамлай алдыҡ. Ул Өфөнән көньяҡҡа сығыу йүнәлешендәге хәлде байтаҡҡа яҡшырта алды”, –  ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә беҙҙең республикала алты мең объектты ремонтлау билдәләнгән. Был эш, ноябрь аҙағына мәғлүмәттәргә ярашлы, 94 процентҡа үтәлгән.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин

Эш тамамланған тиерлек
Эш тамамланған тиерлек
Автор:
Читайте нас: