

– “Экспорт форсажы” һөҙөмтәлелелен күрһәтә. Экспорт йүнәлешендәге яңы ойошмаларҙы эҙләү һәм уларҙы тышҡы баҙарға сығарыу – Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының, Республика экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенең төп бурыстарының береһе, – тине министр Маргарита Болычева.
Программала ҡатнашҡан предприятиелар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” һәм “Күргәҙмәләрҙә һөҙөмтәле ҡатнашыу” йүнәлештәре буйынса белемен камиллаштырҙы.
Әйткәндәй, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ойошторған “Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса уҡыуҙар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (“Международная кооперация и экспорт”) милли проекты нигеҙендә бушлай тормошҡа ашырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53892
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53892