Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
1 Декабрь 2021, 09:58

Нефтекамала тиҙҙән ҙур мәктәп асыла

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Нефтекамала тиҙҙән ҙур мәктәп асылаНефтекамала тиҙҙән ҙур мәктәп асыла
Нефтекамала тиҙҙән ҙур мәктәп асыла

Яңы беле усағы балаларҙы киләһе йылдың тәүге кварталында ҡабул итәсәк.

 

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Нефтекама ҡалаһында 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты һәм Адреслы республика инвестиция программаһы буйынса һалына.

Объектта эш 2019 йылдың яҙында башланғайны. Әле мәғариф учреждениеһы 96 процентҡа әҙер. Төҙөүселәр бинаның эске эштәрен башҡара. Яңы мәктәп балаларҙы киләһе йылдың тәүге кварталында ҡабул итәсәк.

Мәғлүм булыуынса, яңы мәктәп Нефтекамала иң ҙур мәғариф учреждениеһы буласаҡ. Ул балалы йәш ғаиләләр күпләп йәшәгән, йылдам үҫкән биҫтәлә урынлашҡан. Мәктәптә спорт залы икәү, туҡланыу блогы тулы цикллы, класс бүлмәләре, коридор иркен. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн асыҡ мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бирелә. Уҡыу йорто биләмәһендә волейбол, баскетбол, гимнастика һәм башҡа уйын майҙансыҡтары, йүгереү юлдары менән универсаль майҙансыҡ асылған.  

Әйткәндәй, “Демография” милли проектына ярашлы, 2020 йыл аҙағында Нефтекамала 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланғайны.

Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/413275/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/186359

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Нефтекамала тиҙҙән ҙур мәктәп асыла
Нефтекамала тиҙҙән ҙур мәктәп асыла
Автор:
Читайте нас