

Ошо көндәрҙә онлайн режимында “Экологияны хәстәрләгән балаларҙың – тәбиғәтте йәш һаҡлаусыларҙың байрамы” тигән Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Ойоштороусылары – Рәсәй Мәғариф министрлығы, Беренсе йәмәғәт экология телевидениеһы, Балаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу үҙәге.
Тәбиғәтте һаҡлаусыларҙы Беренсе йәмәғәт экология телевидениһының медсовет рәйесе, биология фәндәре докторы Николай Дроздов, Рәсәй Мәғариф министрлығының балаларҙың ялы һәм уларға өҫтәмә белем үҙәге, тәрбиә өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Ольга Колударова һәм башҡалар ҡотланы.
Тура эфирҙа оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, иң яҡшы эштәр өлгө итеп бирелде. Шулай итеп, Гран-приҙы “”Ижади сығыш” номинацияһында Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһының “Гармония” вокал төркөмө алды (етәксеһе – З.Р. Хәкимова). Улар “Беҙҙең донъя” йырын башҡарҙы.
Республика экология-биология үҙәге етәксеһе Екатерина Кошелева әйтеүенсә, ошондай саралар балаларға һәр йәһәттән дә үҫеш өсөн көслө йоғонто яһай.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә “Экология” милли проектына (национальный проект "Экология") иғтибар көслө, ул уңышлы тормошҡа ашырыла. “Йәштәрҙең матур киләсәге өсөн уға яуаплы кешеләр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, хәйер, йәш быуын үҙҙәре лә тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта, рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, халыҡҡа көндәлек тормошта уңайлыҡтар тыуҙырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”, – ти Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин.
Милли проекттарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы бойомға ашырыла.
Фото: https://srk.nationalpriority.ru
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/184427
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан