

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре, халыҡ мәшғүллеге үҙәге етәкселәре "Демография" милли проектының (национальный проект "Демография") "Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" федераль проекты нигеҙендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында "Халыҡ мәшғүллеге үҙәген үҙгәртеү" программаһы буйынса белемен камиллаштырҙы.
Программа ике өлөштән торҙо: онлайн уҡыу һәм ғәмәли өлөш. Икенсеһендә төбәк мәшғүллек үҙәктәрен замансалаштырыу буйынса проект эштәре алып барылды.
"Беҙҙең төбәк командаһы өйрәнеү өсөн көнүҙәк темаларҙың береһен һайланы - Башҡортостан миҫалында эш биреүселәрҙең профилгә бүлеү алымдарын эшкәртеү. Был - халыҡты эш менән тәьмин итеүселәрҙең профиль төркөмдәрен асыҡлау һәм уларҙың һәр береһенә өҫтөнлөклө сервисты туплау маҡсатында мәшғүллек үҙәге тарафынан күрһәтелгән хеҙмәт менән эш биреүсенең ҡәнәғәт ҡалыуы, иғлан ителгән вакансияларға урынлаштырыуҙы арттырыу өсөн кәрәкле ғәмәл. Эш биреүсе эш эҙләүсегә "үтә күренмәле" буласаҡ", - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
Проектты яҡлағандан һуң уны республикала тормошҡа ашырырға планлаштыралар. Эш биреүселәрҙе профилләштереү уларҙы, ойоштороу-хоҡуҡ формаһына һәм иҡтисади эшмәкәрлегенә, финанс-иҡтисади хәленә, эш шарттарына, хеҙмәт хаҡы кимәленә һәм башҡа күрһәткестәргә ҡарап, төркөмдәргә бүлергә ярҙам итәсәк. Бөгөн эш биреүселәрҙең сифатлы характеристикаһы булмауы һәм хеҙмәт баҙарында ихтыяждың эҙмә-эҙлекле күренмәүе социаль-хеҙмәт өлкәһен көйләү буйынса эшләнмәләрҙе, идаралыҡ ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа һөҙөмтәлелекте кәметә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған "Демография" милли проекты (национальный проект "Демография") бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Профилле проект урындағы мәшғүллек үҙәктәренә ниндәй сервис тәҡдим итергә йәки ике яҡлы хеҙмәттәшлекте яҡшыртыу буйынса нимә эшләргә кәрәклеген аңларға ярҙам итә. Эш эҙләүселәр ҙә ниндәй ойошмаларҙың уларға яраҡлы булыуын төшөнөр, йүнәлтмә буйынса килеүселәр араһында эшкә урынлашыуҙан баш тартыуҙар кәмер тип көтөлә. Заман технологиялары эш эҙләүселәргә тура килерлек вакансия табырға, ә предприятиеларға үҙҙәренә кәрәкле белгестәрҙе йәлеп итергә ярҙам күрһәтәсәк.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан