Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь , 09:12

Тағы ете кешегә аҡсалата ярҙам күрһәтелер тип көтөлә

Әбйәлилдә эшһеҙҙәргә үҙ кәсебен асыуға аҡсаны йәлләмәнеләр. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тағы ете кешегә аҡсалата ярҙам күрһәтелер тип көтөлә
Күптән түгел Әбйәлил районы хакимиәтендә үҙ эшеңде асыу буйынса бизнес-пландарҙы ҡаранылар. Уларҙың вәкилдәре – районда йәшәгәндәр һәм эшһеҙ сифатында мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торғандар.

Биш дәғүәсене ҡаранылар һәм биш проект та хупланды. Комиссия ағзалары уларҙың перспективалы, көнүҙәк икәнлеген билдәләне. Өс проект – Шәрип ауылында ағас бысыу, Гусевта кейем етештереү һәм “Яҡтыкүл” курорт зонаһында санитар-техник хеҙмәттәрҙе ойоштороу буйынса цех. Социаль килешеү нигеҙендәге адреслы ярҙам программаһына ярашлы, 250 мең һум күләмендәге аҡсаға дәғүә иттеләр һәм алдылар.

Башҡа ике проект – Асҡар ауылында төҙөлөш-монтажлау эштәрен атҡарыу, фото студияһы асыу. Дәүләт ярҙамына – бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙамға дәғүә иттеләр. Улар 145 меңешәр һум финанс ярҙам аласаҡ.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов йүнселдәргә яңы эштә уңыштар, етештереүҙең киңәйеүен, хеҙмәт урындары асыуҙарын теләне. “Йыл башынан Әбйәлил районында 13 эшһеҙ граждан дөйөм суммаһы 3,250 миллион һум тәшкил иткән үҙ кәсебен асты. Йыл аҙағына тиклем адреслы социаль ярҙам нигеҙендә районда йәшәгән тағы ете кешегә аҡсалата ярҙам күрһәтеү планлаштырылған", - тип белдергән “РБ” хәбәрсеһенә Әбйәлил районы хакимиәтенең иҡтисад бүлеге етәксеһе Гүзәлиә Ғаррапова.

2020 йылдан Башҡортостанда социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Ул үҙҙәренә бәйле булмаған сәбәптәр һөҙөмтәһендә уртаса килеме йәшәү минимумынан аҙ булған ғаиләләр һәм яңғыҙ граждандар өсөн тәғәйенләнгән.

Шәхси эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн сара сығымдары кимәлендә бер тапҡыр түләнә торған аҡса бирелә. Ул бер йүнселгә йәки үҙмәшғүлгә 250 мең һумдан артмай. Бынан тыш, эшһеҙ граждандар 145 мең һумға тиклемге бер тапҡыр бирелә торған аҡса рәүешендәге дәүләт ярҙамынан файҙалана ала.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") бурыстарына ярашлы, 2030 йылға тиклем бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны 25 миллион кешегә тиклем артырға тейеш. Был күрһәткес Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Кремль сайтында баҫылған Рәсәй үҫешенең милли маҡсаттары тураһындағы указында күрһәтелгән.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: orenburzhie.ru

Автор:Айһылыу Низамова

Тағы ете кешегә аҡсалата ярҙам күрһәтелер тип көтөлә
Автор:Башҡортостан гәзите