Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь , 09:09

Башҡортостан уҡыусылары Арктиканы өйрәнә

Проектта ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы программа көтә: командалар араһында саф һауалағы уйындар, музей буйынса экскурсия һәм иң мөһиме – Арктикалағы еңел булмаған һөнәрҙәр менән танышыу. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Башҡортостан уҡыусылары Арктиканы өйрәнә

21 ноябрҙә Өфө ҡалаһындағы В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейында 5-11-се класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән “Төньяҡ балҡышы” тип аталған көндөҙгө профориентация мәктәбе эш башланы. Был музей “Каникул профориентация мәктәптәре” Бөтә Рәсәй проектының “Арктиканы һәм донъя океанын өйрәнеү” йүнәлеше буйынса майҙансығы булып тора.

Проектта ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы программа көтә: командалар араһында саф һауалағы уйындар, музей буйынса экскурсия һәм иң мөһиме – Арктикалағы еңел булмаған һөнәрҙәр менән танышыу.  Шулай уҡ уҡыусылар контр-адмирал М.И. Бакаев исемендәге Өфө балалар диңгеҙ үҙәген барып күрәсәк, унда суднолар моделләү, строй әҙерлеге буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡараясаҡ. Һәр бала “Юнга” программаһы буйынса әҙерлек үтеп, диңгеҙгә бәйле һөнәрҙәр менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Мәктәпкә йөрөүселәр “Изге Анна” шхунаһын эҙләү” тип аталған ҙур команда сараһында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр алыу мөмкинлегенә эйә.

“Һөнәр һайлау – һәр кеше алдында торған етди аҙым. Һайлаған һөнәреңдең ҡыҙыҡһыныуыңа һәм һәләтеңә тап килеүенә, хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланыуына, карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәр асыуына артабанғы тормошоң бәйләнгән. Профориентация – ҙур тормошта уңышлы булыуға бер баҫҡыс ул. Бындай саралар балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итер тип ышанам”, - тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Профориентация мәктәбенең тәүге сменаһында Советтар Союзы Геройы В.Г. Недошивин исемендәге 37-се мәктәптең кадет класы һәм 106-сы “Берҙәмлек” лицейының уҡыусылары шөғөлләнде. Каникул мәктәбе 28 ноябргә тиклем эшләп, 300 ҡатнашыусыны йәлеп итәсәк. Мәктәптә шөғөлләнеү бушлай. Бынан тыш, арктик биләмәләрҙе үҙләштереүгә бәйле һөнәрҙәр менән танышыу мөмкинлеге лә бар. “Төньяҡ балҡышы” профориентация мәктәбенең тулыраҡ программаһы менән В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейының “Бәйләнештә”ге рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин.

Белешмә өсөн.

Профориентация мәктәбенең эшмәкәрлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы алып барыла. Уның ойоштороусылары булып Рәсәй Мәғариф министрлығы, Бөтә Рәсәй художестволы ижадты һәм гуманитар технологияларҙы үҫтереү үҙәге, Башҡортостан йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге сығыш яһай.

Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Башҡортостан уҡыусылары Арктиканы өйрәнә
Автор: