Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь , 09:14

490 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

490 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк

Киләһе йылда Башҡортостанда 44 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Киләһе йылда Башҡортостанда 44 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Беренсе  медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү – Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп йүнәлештәренең береһе.

Ошоға ярашлы, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мобиль медицина комплекстары төҙөлә, йыл һайын профилактик медицина тикшереүҙәре ойошторола.

Киң программаны төбәктә тормошҡа ашырыуға быйыл ныҡлап тотонғандар. 2021 – 2025 йылдарҙа амбулатория-поликлиника учреждениеларҙың ресурс нигеҙен нығытыу өсөн яңы объекттар төҙөлә һәм булғандары ремонтлана.

Программа буйынса, Башҡортостанда 490 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлөргә тейеш, был иҫәпкә поликлиникалар, участка дауаханалары, дөйөм практика табибы офистары, табип амбулаториялары, үҙәк район дауаханалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары инә.

Миҫал өсөн, йыл аҙағына тиклем Дүртөйлө районында өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк. Йәрмиә ауылында монтаж эштәре тамамланған да. Дүртөйлө районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Айҙар Хаматов әйтеүенсә, бында 278 кеше хеҙмәтләндереләсәк, шул иҫәптән 12 бала.

Барлыҡ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары тулыһынса йыһазландырыласаҡ, ашығыс ярҙам өсөн медикаменттар менән тәьмин ителәсәк. Әлеге ваҡытта Түбәнге Әлкәштә лә монтаж эштәре тамамланыу өҫтөндә.

 

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
490 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк
Автор: