

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Һыуыҡҡул ауылында “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы малсылыҡ комплексы төҙөлә.
“Объектта эш йәй башланғайны, әле ул тамамланып килә. Ике быҙау аҙбары төҙөлдө, уларҙың береһенә 200 быҙау индерелде. Һөт һауыу залы ла әҙер тиерлек. Унда яңы Израиль ҡорамалдары һатып алынған, эш тулыһынса автоматлаштырылған. Тиҙҙән 300 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары асыла. Комплекста һәр нәмә уйлап эшләнгән, һыйырҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, иҙәнгә махсус мат түшәлгән. Әйткәндәй, бындай практика районда тәүге тапҡыр ҡулланыла. Йәнә бер яңылыҡ – малға аҙыҡты робот этәреп һала, – тине Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов. – Ошо көндәрҙә Венгриянан 97 тана килтерелгән, тиҙҙән тағы ла 66 баш мал көтөлә. Улар һөттө күпләп биреүе менән айырылып тора. Әле комплекста 450 баш мал аҫрала. Декабргә һөт етештереү комплексы тулы ҡеүәтенә эшләй башлар, тип көтөлә. Ул районда һөт малсылығын үҫтереүгә этәргес бирәсәк”.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/180889
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/180889