

Өфө ҡалаһында "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Иҙел" XI Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестиваль-бәйгеһенең гала-концерты уҙҙы.
Бәйгелә юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарының вокал бүлектәрен тамамлаған йәштәр һәм студенттар ҡанашты.
Балтас районы Иҫке Балтас ауылы егете Айгиз Хәйҙәршин фестивалдә ҡатнашып, "Академик йыр" номинацияһында II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Райондашыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм уға артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Гөлназ Ғәлләмова.
Халыҡ-ара "Иҙел" фестивале еңеүселәрен "Башҡорт" йәки "Татар халыҡ йыры", "Башҡарыусы автор", "Башҡорт" йәки "Татар эстрада йыры", "Академик йыр" һәм "Балалар" номинацияларында билдәләйҙәр. Атап үтелгән сара "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә үтә.