

Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер район ауылдары халҡына хеҙмәт күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренең эш урындары персональ компьютерҙар менән йыһазландырыла. Фельдшерҙар медицина документтары әйләнешен электрон тормошҡа ашырыу, район һәм ҡала дауаханаларындағы тар белгестәргә консультацияға юлламаларҙы электрон тултырыу мөмкинлегенә эйә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә беҙрәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы алып барыла.
“Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә, тәүге медицина ярҙамынан мотлаҡ файҙалана алырға тейеш, шуға күрә ауылда медицинаға ҡағылған мәсьәләләр һәр саҡ көнүҙәк”, – тине Нуриман район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғайсин.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә беҙрәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһы системанан файҙаланыусылар һанын арттырыуға, республикалағы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен ҡулайлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/180184
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/180184