Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
18 Ноябрь 2021, 04:00

Ырымбурҙа Рауил Бикбаев көндәре үтә

6 декабрҙә башланасаҡ сара барышында ниндәй конкурстар үткәреү ҡаралған? Уларҙа кемдәр ҡатнаша ала? 

Ырымбурҙа Рауил Бикбаев көндәре үтәЫрымбурҙа Рауил Бикбаев көндәре үтә
Ырымбурҙа Рауил Бикбаев көндәре үтә

 

6 декабрҙән 10-ына тиклем Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың көндәре үтәсәк. Уны республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен үҫтереүгә һәм киңерәк танытыуға арналған сара дистанциялы алымда уҙасаҡ.

Халыҡ шағирына арналған көндәрҙә түбәндәге конкурстарҙы ойоштороу ҡаралған: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Р. Бикбаевтың тормош һәм ижад юлына арналған “Иң яҡшы асыҡ дәрес”; мәктәп уҡыусылары араһында Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан билдәле шәхестәргә бағышланған ғилми-ғәмәли эштәр; йәш шағирҙар (авторҙар); Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр бәйгеләре.

Конкурстарҙа Ырымбур өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәре, өлкә мәктәптәренең I–XI класс уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша ала.

Эштәрҙе rt_bikbaev@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә. Һөҙөмтәләр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында ағымдағы йылдың 23 декабренә тиклем ҡуйыласаҡ.  

Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған бындай саралар уҡыусыларҙа илһөйәрлек, туған телгә һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Улар  ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән "Мәғариф" милли проектының бурыстарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. 

Фото: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Ырымбурҙа Рауил Бикбаев көндәре үтә
Ырымбурҙа Рауил Бикбаев көндәре үтә
Автор:
Читайте нас