

– Коронавирусҡа бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының артыуы күҙәтелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы күрһәтелгән бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары быға күп йәһәттән этәргес бирҙе, – Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Әйткәндәй, был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында – өсөнсө, Рәсәйҙә 11-се урынды биләй. Республикалағы бизнесты үҫтереү институттары тарафынан бирелгән кредиттар, лизинг, ташламалы шарттарҙағы поручителлек кеүек дәүләт ярҙамының финанс сараларына айырыуса ихтыяж ҙур. Мәҫәлән, быйыл ноябрҙә Башҡортостандың микрокредит компанияһы эшҡыуарҙар өсөн көрсөккә ҡаршы “Рефенанс”, “Микрозайм 3.0” тигән продукттарҙы ғәмәлгә индерҙе.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/410015/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/1791531