Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Ноябрь 2021, 06:11

Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәле тамамланған

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәле тамамланғанҮзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәле тамамланған
Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәле тамамланған

Беҙҙең республика делегацияһы бик күп өмөтлө килешеүҙәр төҙөгән.

 
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова һәм “Башҡортостан Республикаһының экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге” йәмғиәте директоры Илдус Хәлитов етәкселегендәге бизнес-делегация Үзбәкстанда эш сәфәре менән йөрөп ҡайтты.

Ике көн дауамында Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы сауҙа вәкиле Андрей Мокроусов, “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәтенең Үзбәкстандағы вәкиллеге етәксеһе Павел Буханов һәм Үзбәкстандың транспорт министры урынбаҫары Жасурбәк Чориев, инвестиция һәм тышҡы сауҙа министры урынбаҫары Хуррам Тешабаев һәм башҡа ведомстволар етәкселеге менән осрашыуҙар уҙғарҙы.

Башҡортостан компаниялары Үзбәкстандың “Үзбәкмесаноат” акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Журабәк Мирзамәхмудов кеүек ышаныслы уҙаҡташтар менән осрашыуҙар үткәрҙе. “Альтернатива Экспресс” йәмғиәтенең эре дистрибьютерҙар менән осрашыуҙары ла уңышлы тамамланған. Тағы ла бер компания менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә ниәтләйҙәр.

“ХРС-Экспорт” компанияһына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергәндәр, Үзбәкстанда химия лабораторияһына ҙур ихтыяж бар. Үзбәкстандың Инновация үҫеше министрлығы был компания менән артабан хеҙмәттәшлек итеү буйынса һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.

“Прометей” йәмғиәте вәкилдәре Үзбәкстандағы ҙур фармацевтика заводында булды һәм Үзбәкстан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Фармацевтика тармағын үҫтереү буйынса агентлығы менән осрашып, киләсәктә республикала шоурум асыу буйынса килешеүгә өлгәштеләр.

Үзбәкстандың транспорт министры урынбаҫары Жасурбәк Чориев менән осрашыу барышында “Үлсәү ҡорамалдары заводы” йәмғиәте менән ҡыҙыҡһыныу тыуған. Әйткәндәй, “Үлсәү ҡорамалдары заводы” йәмғиәте Урта Азиялағы эре кабель заводы менән тауар алыуға килешеү төҙөгән. Шулай уҡ башҡа компаниялар ҙа һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә нигеҙ һалған.  

Үзбәкстанға эш сәфәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм сығанаҡ: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/409159/

Автор:Рәмилә Мусина

Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәле тамамланған
Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәле тамамланған
Автор:
Читайте нас