Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Ноябрь 2021, 06:08

“Шишмәне туристар ҙа үҙ итер”

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Шишмәне туристар ҙа үҙ итер”“Шишмәне туристар ҙа үҙ итер”
“Шишмәне туристар ҙа үҙ итер”

Быйыл йәй “Башҡортостан шишмәләре” проекты буйынса республика райондарындағы инештәрҙе төҙөкләндереүгә ғаризалар ҡабул ителгәйне. Төбәк биләмәһендә бындай конкурс тәүге тапҡыр ойошторолдо. Шишмәләрҙән файҙаланыу мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡты саф шишмә һыуы менән тәьмин итеү, республика халҡының ғүмерен оҙайтыу проекттың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тәшкил итә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса яуап бирә.  

Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәренән тыш, “Йәшел Башҡортостан” йәмғиәте, республика Хөкүмәте ағзалары, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге йәмәғәт инспекторҙары һәм журналистар ингән конкурс комиссияһы ошо еңеүселәр исемлеген билдәләне. Улар араһында Хәйбулла районының Үрнәк ауылындағы “Аҡбурт” шишмәһе лә бар.

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә шишмәлә төҙөкләндереү эше тамамланған. Шифалы һыуы менән танылған шишмә биләмәһе тулыһынса яңы төҫ алды: ҡойма яһалды, эскәмйәләр, беседка ҡуйылды. Урындағы халыҡ, Аҡбурттан кеше өҙөлмәҫ, уны туристар ҙа үҙ итер, тип шатлығын йәшермәй.

Фото: srk.nationalpriority.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/178332

 

Автор:Лилия Давлетбакова
“Шишмәне туристар ҙа үҙ итер”
“Шишмәне туристар ҙа үҙ итер”
Автор:
Читайте нас