Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Ноябрь 2021, 06:07

Ниһайәт, фатирҙарын аласаҡтар

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ниһайәт, фатирҙарын аласаҡтарНиһайәт, фатирҙарын аласаҡтар
Ниһайәт, фатирҙарын аласаҡтар

Дүртөйлө тыҡрығындағы 23-сө йорт эргәһендәге һәм Минск урамы менән сикләнгән урындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшө 2015 йылда башланғайны.

Өфө ҡалаһының Дим районындағы “Уңайлы” торлаҡ комплексы проектының техник регламенттар һәм проект документтары талаптарына ярашлылығы тураһында һығымта алды. Был яҡын арала төҙөүсегә – “Төҙөлөш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә – объектты файҙаланыуға тапшырыу өсөн рөхсәт алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалалағы Дүртөйлө тыҡрығындағы 23-сө йорт эргәһендәге һәм Минск урамы менән сикләнгән урындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшө 2015 йылда башланғайны. Яңы фатир асҡыстарын хужалары былтыр икенсе квартал аҙағынан да ҡалмай алыр тип планлаштырылғайны. Әммә объектты сафҡа индереүгә бәйле проблемалар арҡаһында ярашлылыҡ, шулай уҡ артабан файҙаланыуға тапшырыу тураһындағы һығымтаны алыу даими рәүештә кисектерелде.

“Уңайлы” торлаҡ комплексын файҙаланыуға тапшырыу проблемаһын хәл итеүгә республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ министрлығы ла ҡушылды. Бөгөнгә барлыҡ мәсьәләләр ҙә хәл ителгән. Ярашлылыҡ тураһындағы һығымтаны алыу барлыҡ иҫкәрмәләрҙе бөтөрөү, торлаҡ комплексын төҙөлөшөнөң тамамланыуы, башҡарыу документтарының әҙерлеге хаҡында һөйләй.

Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөш” милли проекты бурыстарын томошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан 179 кеше был йорттан фатир алған.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова

Ниһайәт, фатирҙарын аласаҡтар
Ниһайәт, фатирҙарын аласаҡтар
Автор:
Читайте нас