

Балаҡатай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Фларис Ишмөхәмәтовтың инвестиция проекты ҡралды. Фларис ун йыл инде ауыл хужалығы, иген культуралары үҫтереү менән шөғөлләнә.
Проектты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
“Иген үҫтереү – табышлы эш, сөнки уға ихтыяж һәр саҡ бар. Бынан тыш, ҡатнаш аҙыҡ етештереү цехын астым. Унан өҫтәмә килем алам. Шул уҡ ваҡытта һауа шарттары тотороҡһоҙ булғанға күрә, игенде үҫтереү, уңышты йыйып алыу йәһәтенән хәүеф тә юҡ түгел”, – ти Фларис.
Күптән түгел эшҡыуар хужалыҡтың техник паркын тулыландырған. Лизинг договоры буйынса трактор һатып алған, шуға күрә быйыл эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү буйынса муниципаль программаға ярашлы, лизинг килешеүендә ҡаралған тәүге иғәнәне түләүгә сығымдың бер өлөшөн субсидиялау конкурсында ҡатнашырға ниәтләй. Хакимиәт башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин йүнселдең башланғысын хупланы һәм яуаплы кешеләргә проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү бурысын йөкмәтте
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://belokatai.bashkortostan.ru/presscenter/news
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/176559