Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
11 Ноябрь 2021, 04:00

Ауырыуҙарҙы дауалауҙа алыштырғыһыҙ ҡорамал

Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә ике меңгә яҡын пациент тикшереү үтергә өлгөргән.

Ауырыуҙарҙы дауалауҙа алыштырғыһыҙ ҡорамалАуырыуҙарҙы дауалауҙа алыштырғыһыҙ ҡорамал
Ауырыуҙарҙы дауалауҙа алыштырғыһыҙ ҡорамал
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль проектына  ярашлы, Салауат ҡала дауаханаһы юғары класлы ультратауыш аппараты алды. Ҡорамал Амбулатор онкология ярҙамы үҙәгенә ҡуйылған, ул сирҙәрҙе иртә диагностикалауҙа ярҙам күрһәтә.

Киләсәктә онколог менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә ошо аппаратта биопсия үткәреү мөмкинлеге бар. Юғары категориялы табип Әлфиә Миянова әйтеүенсә, бындай заманса аппарат пациенттарҙы дауалауҙа алыштырғыһыҙ. “Төрлө ҡан тамырҙары патологиялары булған ауырыуҙарҙы тикшереүҙә ул бик кәрәк ине. Элек бындай тикшеренеүҙәрҙе 2004 йылда алынған тейешле кимәлдә мәғлүмәтле булмаған аппаратта башҡарҙыҡ. Яңы аппаратта тыумыштан килгән аномалиялар, патологиялар яҡшы күренә.”

Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә ике меңгә яҡын пациент тикшереү үтергә өлгөргән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Ауырыуҙарҙы дауалауҙа алыштырғыһыҙ ҡорамал
Ауырыуҙарҙы дауалауҙа алыштырғыһыҙ ҡорамал
Автор:
Читайте нас