Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Ноябрь 2021, 05:55

Юл буйында яңы комплекс төҙөләсәк

Бында 51 миллион һум аҡса һаласаҡтар, 25 яңы эш урыны булдырыласаҡ. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юл буйында яңы комплекс төҙөләсәкЮл буйында яңы комплекс төҙөләсәк
Юл буйында яңы комплекс төҙөләсәк

Туризм тармағын үҫтереү һәм юлдағыларҙы уңайлыҡтар менән тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы белгестәре Федоровка районында юл буйындағы яңы комплекс төҙөү буйынса инвестиция тәҡдиме әҙерләне.

Машиналарҙы заправкалау, шул иҫәптән газ менән эшләгән автомобилдәр станцияһы йыһазландырыласаҡ. Шулай уҡ бында ҡунаҡхана, кафе һәм минимаркет буласаҡ. Инвестиция проекты 51 миллион һум тәшкил итә, бында 25 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

- Беҙҙең белгестәр әҙерләгән бизнес-тәҡдим буласаҡ инвесторҙың бурысын күпкә еңеләйтә. Тәҡдим ителгән эштәрҙә бөтә кәрәкле мәғлүмәттәр тупланған. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһында юл буйындағы хеҙмәтләндереүҙе үҫтереүгә тотонған эшҡыуарҙар өсөн ярҙам саралары ла бар. Төбәктә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү уңайлы булһын өсөн барыһы ла эшләнә, — ти Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҫеш корпорацияһының белгестәре ике инвестиция майҙансығын һайлап алған: Федоровка районының Дедовский һәм Федоровка ауыл биләмәһе.

Проектты тормошҡа ашырыуға тотонған инвестор сауҙалашыуһыҙ ер участкаһы аласаҡ, транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауға субсидия, ойошманың мөлкәт һалымынан азат итеү һәм килемгә һалымды кәметеү рәүешендә дәүләт ярҙамы сараларына иҫәп тота ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ә Үҫеш корпорацияһының тәҡдимдәре менән ойошманың рәсми сайтындағы «Бизнес-кейс» бүлегендә танышырға мөмкин: https://kr-rb.ru/investoru/keisy/.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53318

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Лилия Нуретдинова

Юл буйында яңы комплекс төҙөләсәк
Юл буйында яңы комплекс төҙөләсәк
Автор:
Читайте нас