

Нимә һуң ул “коворкинг”? Һуңғы осорҙа сит-ят терминдарҙың һөйләшебеҙгә үтеп инеүе ғәҙәти хәлгә әүерелде. Хәҙер был һүҙ аҫтында эш өсөн урын, төрлө профессия кешеләре араһында аралашыу формаһы күҙаллана. Кешеләр эшлекле осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, эш процесын ойоштороу өсөн тап ошонда йыйыла. Хәҙерге заман коворкингтарында эш зоналары, интернет, ял урындары ойошторола.
Йыл аҙағына тиклем республикала һигеҙ – ике туристик, ике һөнәри һәм дүрт көнкүреш коворкингы барлыҡҡа киләсәк. Улар Ҡариҙел, Хәйбулла, Бөрө, Салауат, Учалы райондарында урынлашасаҡ.
Коворкингтар селтәрен киңәйтеү “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ярҙамында башҡарыла. Улар менән эштәрен яңы ғына башлаған һәм тәжрибәле эшҡыуарҙар ҙа, үҙ эштәре менән мәшғүлдәр ҙә файҙалана.
Быйыл республика бюджеты был маҡсатҡа 39,2 миллион һум аҡса йүнәлтеп, Асҡын, Бишбүләк, Ҡыйғы, Илеш, Кушнаренко , Шаран, Благовещен, Тәтешле райондарында ете көнкүреш һәм ике офис коворкингы асты. Республикала барлығы 52 коворкинг эшләй, 29-ын бюджеттан субсидиялар иҫәбенә асһалар, 23-өн эшҡыуарҙар үҙаллы ойошторҙо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостанда халыҡтың ярлылыҡ кимәлен кәметеүгә һәм килемен күтәреүгә йүнәлтелгән федераль проект тормошҡа ашырыла. Адреслы социаль ярҙам социаль контракт нигеҙендә аҙ килемле ғаиләләргә күрһәтелә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс ресурстарын алыуға, шул иҫәптән, льготалы финанслауға, мөмкинлектәре арттырыласаҡ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәрҙең һанын, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп, 25 миллионға еткереү планлаштырыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан