Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
8 Ноябрь 2021, 11:44

Ике маҡсатты тормошҡа ашырасаҡ

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына Башҡортостан Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ике маҡсатты тормошҡа ашырасаҡИке маҡсатты тормошҡа ашырасаҡ
Ике маҡсатты тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһының Дим районында көрәш өсөн спорт залы асылды. Унда шулай уҡ һаңғырау балалар өсөн бүлексә эшләйәсәк.

Бинаға капиталь ремонт эшләнгән, яңы спорт ҡоролмалары килтерелгән. Зал “Дим” көрәш үҙәге коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы башланғысы менән асылған.

 – Ишетмәгән һәм насар ишеткән балалар өсөн секцияларҙың булыуы –  залдың үҙенсәлеге. Әйткәндәй, Дим районында бындай балалар өсөн мәктәп-интернат та урынлашҡан. Әле иһә нәҡ улар өсөн дзюдо секцияһын астыҡ. Тренер Александр Александрович Майоров –  дзюдо буйынса тәжрибәле остаз һәм ул ошо йүнәлештә эшләргә әҙер. Шулай уҡ яҡын арала каратэ буйынса секция асырға уйлайбыҙ. Спорт залы тураһында дөйөм әйткәндә, Дим районында көрәш күнекмәләре өсөн яҡшы шарттар булдырҙыҡ. Әлеге ваҡытта спорттың дүрт төрө – дзюдо, каратэ, бркс, кикбоксинг –  буйынса һигеҙ тренер эшләй,  – тип белдергән “Дим” көрәш үҙәге коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы етәксеһе Наталья Яковлева.

- Ике маҡсатыбыҙ бар. Беренсеһе – киң таралғанлыҡ: мөмкин тиклем күберәк балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе спорт секцияларына йәлеп итергә кәрәк. Быны эшләү өсөн спорт шәп. Икенсеһе – юғары спорт һөҙөмтәһе. Унһыҙ иһә спорт үҫешә алмай. Әле ике йүнәлештә лә эшләйбеҙ. Күп балалар шөғөлләнә алған спорт залы һәм юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшер өсөн барлыҡ шарттар бар. Тренер булараҡ, беҙ районыбыҙҙа спорт залдарының асылыуына шатбыҙ, – ти Дим районының дзюдо буйынса тренеры Виталий Михайлов.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына Башҡортостан Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, был спорт бинаһының асылыуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: социаль селтәрҙән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Ике маҡсатты тормошҡа ашырасаҡ
Ике маҡсатты тормошҡа ашырасаҡ
Автор:
Читайте нас