Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Октябрь 2021, 22:46

Данлы юлды дауам итер йәштәр бар

Октябрьский ҡалаһында беренсе курс студенттары өсөн “Һөнәргә бағышлау” сараһы үтте.

Данлы юлды дауам итер йәштәр бар
Данлы юлды дауам итер йәштәр бар

Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский ҡалаһындағы филиалында бөгөн ҙур байрам – белем усағында беренсе курс студенттарын “Һөнәргә бағышлау” сараһы ойошторолдо. Ул башҡорт нефтенең – 90 һәм Девон нефтенең 85 йыллығы айҡанлы Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәйкәле эргәһендә – 100-сө скважина янында үтте.

Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский ҡалаһындағы филиалын тамамлаған профессор Шамил Минғолов, Туймазы нефть һәм газ табыу идаралығы начальнигы Артем Ғиләжев, Туймазы 1-се нефть һәм газ табыу цехы етәксеһе Альберт Дилмөхәмәтов студенттарға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, уңыштар теләне.

"Беҙ легендар урында баҫып торабыҙ, – тине Шамил Минғолов. – Бында 1937 йылдың 10 майында 1-се скважинала тәүге девон нефте табылған. Ә 1944 йылдың 26 сентябрендә Туймазы ере данға күмелгән – 100-сө скважинанан ҡеүәтле "ҡара алтын" фонтаны атылған".

Юғары уҡыу йортоноң беренсе курс студенттары сығыш яһағандарҙың барыһын да диҡҡәт менән тыңланы, яҡшы уҡырға, илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр булырға һүҙ бирҙе.

Белем биреү тармағындағы ошондай барса саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Мәғариф" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. “Йәштәрҙең яҡты киләсәген хәстәрләү, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, көндәлек тормош өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу – дәүләт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре”, – тип билдәләне ил етәксеһе.

Фото: https://srk.nationalpriority.ru 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/165896

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Данлы юлды дауам итер йәштәр бар
Данлы юлды дауам итер йәштәр бар
Автор:
Читайте нас: