Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Октябрь 2021, 09:00

Кешелек бөгөн нимәгә бәйле?

Октябрьский ҡалаһы 10-сы урта мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары “Октябрьский нефтяник” гәзитенең баш мөхәррире Анна Москалец менән осрашты.

Кешелек бөгөн нимәгә бәйле?
Кешелек бөгөн нимәгә бәйле?

Рәсәй Федерацияһында “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – йәш быуындың киләсәген хәстәрләү, граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостанда ла “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә мөһим бурыстар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһы 10-сы урта мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары “Октябрьский нефтяник” гәзитенең баш мөхәррире Анна Москалец менән осрашты һәм мәғлүмәт йәмғиәтенең нисек барлыҡҡа килеүе, үҙ эсенә ниҙәрҙе алыуы тураһында фекер алышты. Һөйләшеүгә уҡыу йорто директоры Ольга Давыдова ла ҡушылды. Ул Анна Москалецтан ҡыҙ һәм малайҙарға һөнәр һайлағанда нимәгә иғтибар итергә кәрәклеге, заманса йәмғиәт тенденциялары хаҡында аңлатыуҙы һораны. 

"XX быуат урталарында яһалма интеллектҡа нигеҙ һалғандарҙың береһе, америка математигы Норберт Винер тормошта мәғлүмәт үҫешен билдәләне, – тине Анна Москалец. – Бер яҙмаларында ул, лайыҡлы йәшәү - дөрөҫ мәғлүмәт алып йәшәү, тигән. Йәшәйеш алға барған һайын кешенең һорауҙары ла, ихтыяждары ла арта. Ваҡыт үтеү менән мәғлүмәт аралашыу сараһы йәки ғилем алыу ғына түгел, ә ҡулланыу һәм етештереү, капитал туплау сығанағы ролен дә үтәй. Смартфондар, компьютерҙар, төрлө гаджеттар, һанлы технологиялар беҙҙең тормоштан айырылғыһыҙға әйләнде. Ошондай шарттарҙа нәҡ дөрөҫ мәғлүмәтте алыу йәштәр өсөн үтә әһәмиәтле".

Анна Москалец белдереүенсә, әле кеше бер генә урынға бәйләнмәгән, ә элек традицион һәм индустриаль йәмғиәттән тыш йәшәү мөмкин булмаған. Бөгөн ер шарының теләһә ниндәй мөйөшөндә лә белем алырға, эшләргә, аралашырға мөмкин.

Фото: https://srk.nationalpriority.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/165750

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Кешелек бөгөн нимәгә бәйле?
Кешелек бөгөн нимәгә бәйле?
Автор:
Читайте нас: