Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2021, 11:51

Стәрлебаштар уңайлы шарттарға ҡыуана

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлебаштар уңайлы шарттарға ҡыуана
Стәрлебаштар уңайлы шарттарға ҡыуана

Яңы ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереп тә өлгөрҙө.

 
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тармаҡтың  тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына һанлы ”РЕНЕКС-Ф5000” флюорографы урынлаштырылды.  Яңы ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, ул ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереп тә өлгөрҙө.

Яңы аппарат ҡулланыуҙа ябай һәм сирҙәрҙе диагностикалауҙы тиҙләтә. Һүрәттәрҙе һанлы эшкәртеү уларҙы электрон рәүештә архивлаштырыу мөмкинлеген бирә.

–Флюорографты йышыраҡ күкрәк ситлеге органдарын тикшереү өсөн ҡулланалар. Был туберкулезды һәм яман шештәрҙе ваҡытында асыҡлау өсөн мөһим,- ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проект эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Роза Яхина.

Аппарат тын алыу ағзалары, туберкулез, онкология сирҙәрен  аҙ ғына нурланыш менән күләмле иҫкәртеүсе рентгенология тикшеренеүҙәрен үткәреү өсөн файҙаланыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 осраҡҡа тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Стәрлебаштар уңайлы шарттарға ҡыуана
Стәрлебаштар уңайлы шарттарға ҡыуана
Автор:
Читайте нас: