Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2021, 11:49

Өс ауылды хеҙмәтләндерәсәк

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өс ауылды хеҙмәтләндерәсәк
Өс ауылды хеҙмәтләндерәсәк

Быйыл республикала йыл аҙағына тиклем ошондай 73 модулле ФАП файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

 
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Йылайыр районының Сәләх ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыу буйынса монтаж эштәре башланды.

– Фельдшер-акушерлыҡ пункты өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Сәләх, Ҡәнзәфәр һәм Яңы Преображенка ауылдарында 250-гә яҡын кеше йәшәй, шул иҫәптән 55 бала, –тине Йылайыр районы дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов. – ФАП бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республикала йыл аҙағына тиклем 73 модулле ФАП файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла күҙәтеү системаһын индереү, тармаҡта Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Өс ауылды хеҙмәтләндерәсәк
Өс ауылды хеҙмәтләндерәсәк
Автор:
Читайте нас: