

Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Уҡытыусылар көнө айҡанлы “Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!” акцияһы иғлан итте. Сара 15 сентябрҙән 5 октярбгә тиклем дауам итә. Акцияға ярашлы һәр уҡыусы үҙенең туған тел уҡытыусыһы тураһында һөйләп, уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ала.
Уҡыусылар уҡытыусыһының таланты, туған телде өйрәнеү мөһимлеге тураһында һөйләргә тейеш. “Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!” акцияһында ҡатнашыу өсөн түбәндәге эштәрҙең береһен башҡарырға кәрәк: эссе яҙыу, үҙеңдең туған тел уҡытыусың тураһында видеосюжет әҙерләү, видеоролик төшөрөү, уҡытыусың менән фото төшөп, рәхмәт һүҙҙәре яҙыу. Уҡытыусыға арналған видеороликты, фотоны ижади йәһәттән төрлөсә байытырға ла мөмкин: мәҫәлән, йыр, бейеү башҡарыу, шиғыр бағышлау.
Ижади эште “Инстаграм”, “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендә йәки “Тик-Ток”та #учительродногоязыка2021, #фондродныеязыки хештегтары менән ҡуйырға кәрәк. Акция күп милләтле тыуған илебеҙҙең туған тел уҡытыусылары өсөн ҙур бүләк буласаҡ! Унда I кластан алып XI класҡа тиклем бөтә уҡыусылар ҡатнаша ала.
Иң ҡыҙыҡлы эштәр Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, РФ Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәге битләүҙәрендә донъя күрәсәк.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Мәғариф" милли проекты ҡуйған бурыстарҙы ла ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: vuzopedia.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан