Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
25 Сентябрь 2021, 18:03

Округ педагогтары форумға йыйыла

Түбәнге Новгородта 28-30 сентябрҙә Волга буйы федераль округы төбәктәре өсөн форум үтә, унда Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнашасаҡ.

Округ педагогтары форумға йыйылаОкруг педагогтары форумға йыйыла
Округ педагогтары форумға йыйыла

Түбәнге Новгородта 28-30 сентябрҙә Волга буйы федераль округы төбәктәре өсөн форум үтә, унда Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнашасаҡ.

Составында – ауыл мәктәптәрендә булдырылған “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре етәкселәре һәм педагогтар, “Заманса мәктәп” төбәк проектының муниципаль координаторҙары, шулай уҡ “Кванториум” мәктәп технопаркы, “IT” үҙәге етәкселәре.

Башҡортостанда “Үҫеш нөктәһе”н булдырыу тәжрибәһе сараның тәүге көнөндә Минин университетында уҙасаҡ пленар өлөштә тәҡдим ителәсәк. Ғөмүмән, округ форумы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырған белем биреү ойошмалары педагогтарының квалификацияһын күтәреү, комплекслы бәйләнеште, хеҙмәттәшлекте нығытыу майҙансығына әйләнәсәк. Унда фекер алышыуҙар, форсайт-сессиялар, оҫталыҡ кластары, эшлекле уйындар, тематик йүнәлештәр буйынса семинарҙар уҙғарыу ҡаралған.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан бирелгән мәғлүмәт буйынса, республикала “Үҫеш нөктәһе”нең 382 үҙәге бар, 2024 йылға уларҙың иҫәбе 1165-кә етәсәк. Проект тормошҡа ашырылған ваҡытта төбәктең барлыҡ ауылдарындағы, бәләкәй ҡалаларныдағы мәктәптәр юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: gtrk.tv



Автор:Даян Мазитов
Округ педагогтары форумға йыйыла
Округ педагогтары форумға йыйыла
Автор:
Читайте нас