Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
20 Сентябрь 2021, 10:06

Яңауылда - Бөтә донъя йүгереү көнөнә арналған кросс

Теләге булған ҡатнашыусылар ГТО нормативтарын да тапшыра алды.

Яңауылда - Бөтә донъя йүгереү көнөнә арналған кросс

Яңауыл районында Бөтә донъя йүгереү көнөнә арналған “Милләттәр кросы-2021” акцияһына ярашлы спорт сараһы үтте. Унда башлыса урындағы мәктәптәр уҡыусылары ҡатнашты.

Балалар өс, ике, бер километрлыҡ дистанцияны үтте. Урындар һөҙөмтәгә ҡарап билдәләнде. Стартҡа 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды, утыҙҙан күберәк кеше төрлө коллективтарҙан килде. Арала иң олоһона 63 йәш ине. Ул - тап ошо кроста ҡатнашыу өсөн Ҡалтасы районынан килгән Аркадий Мадиев. Спортһөйәр дистанцияны еңел үтте. Ул оло йәштәгеләр араһында саңғы марафоны еңеүсеһе лә икән.

Ә бына Мулләхмәтовтар өсөн был көн айырыуса иҫтәлекле, сөнки улар тәүге тапҡыр тотош ғаиләһе менән стартҡа баҫҡан. Тырышлыҡтары бушҡа китмәне - улар еңеүсе исемен алып ҡайтты.

Теләге булған ҡатнашыусылар ГТО нормативтарын да тапшыра алды. Спорт сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Демография” милли проектына ярашлы уҙҙы.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Яңауылда - Бөтә донъя йүгереү көнөнә арналған кросс
Яңауылда - Бөтә донъя йүгереү көнөнә арналған кросс
Яңауылда - Бөтә донъя йүгереү көнөнә арналған кросс
Автор:
Читайте нас