

Рәсәй Федерацияһында Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Дәүләт етәксеһе билдәләүенсә, барлыҡ милли проекттарҙың да төп маҡсаты – балаларҙың киләсәген хәстәрләү, граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә белем биреү тармағына етди иғтибар бүлә. Мәҫәлән, “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты нигеҙендә Благовещен ҡалаһының М.А. Киняшев исемендәге 6-сы мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәге барлыҡҡа килде.
Уның асылыуына белем усағында йәй буйы ныҡлы әҙерләнгәндәр: физика, биология, химия кабинеттарында сифатлы ремонт эшләнгән. Мәктәп заманса йыһазландырылған, кабинеттар тәбиғи-ғилми йүнәлештә эшләйәсәк. Бынан ары дәрестәр заманса приборҙар һәм материалдар ярҙамында үткәреләсәк.
Мәктәп директоры Надежда Машкина билдәләүенсә, “Үҫеш нөктәһе” балаларҙың белем сифатын яҡшыртырға, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итәсәк. Иң мөһиме - был йүнәлештә белемен камиллаштырған уҡыусыларға һөнәр һайлауы еңелерәк булыр, тип ышана уҡытыусылар.
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/150112