Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
8 Сентябрь 2021, 04:52

Район дауаханаһы яңыса эш башлай

Былтыр был проектта балалар поликлиникаһы ҡатнашҡан булһа, быйыл өлкәндәр учреждениеһы ла уға ҡушылды.  

Район дауаханаһы яңыса эш башлайРайон дауаханаһы яңыса эш башлай
Район дауаханаһы яңыса эш башлай

Бүздәк үҙәк район дауаханаһы   “Медицина ойошмаһының яңы моделе” проектында 2020 йылдан  алып ҡатнаша. Былтыр был проектта балалар поликлиникаһы ҡатнашҡан булһа, быйыл өлкәндәр учреждениеһы ла уға ҡушылды.

 Яңы модель “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

– Ике поликлиникала ла пациенттар ағымы төрлө сығыу урындары менән  айырымланған.  Вакцина яһатыу темпы ла яҡшы бара, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Роза Яхина. – Төп кабинеттар (диспансерлаштырыу, прививка яһау, кисектергеһеҙ ярҙам, ҡабул итеү) бинаның беренсе ҡатында урынлашҡан.

 Былтыр поликлиника ведомство-ара  балаларҙы профилактик тикшереүҙәр проектын тормошҡа ашырҙы. Быйыл, һаҡсыл производство инструменттарын файҙаланып, яраҡлаштырыу буйынса алты проект эш  башлаған.  Һөҙөмтәлә ҡайһы бер эштәр барышы ваҡыты ун тапҡырға ҡыҫҡарған.

 Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем).

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Район дауаханаһы яңыса эш башлай
Район дауаханаһы яңыса эш башлай
Автор:
Читайте нас