Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
8 Сентябрь 2021, 04:48

Ауыл мәктәптәре “Үҫеш нөктәһе”нә тоташа

  #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауыл мәктәптәре “Үҫеш нөктәһе”нә тоташаАуыл мәктәптәре “Үҫеш нөктәһе”нә тоташа
Ауыл мәктәптәре “Үҫеш нөктәһе”нә тоташа

Башҡортостандың ауыл һәм бәләкәй ҡалалары мәктәптәрендә урынлашҡан “Үҫеш нөктәләре” ағымдығы йылдың 1 сентябренән тағы 207 үҙәккә артты һәм уларҙың дөйөм һаны 382-гә етте. 

 
Башҡортостандың ауыл һәм бәләкәй ҡалалары мәктәптәрендә урынлашҡан “Үҫеш нөктәләре” ағымдығы йылдың 1 сентябренән тағы 207 үҙәккә артты һәм уларҙың дөйөм һаны 382-гә етте.

Шулай итеп, республиканың ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларында урынлашҡан 207 мәктәбе яңы уҡыу йылын физика, химия, биология фәндәре буйынса уҡыу комплекттары алды. Улар араһында һанлы лабораториялар, лаборатор эштәр һәм тәжрибә үткәреү өсөн ҡорамалдар, гербарийҙар, химик реактивтар комплекттары, шулай уҡ ноутбуктар, күп функциялы ҡорамалдар, механика, мехатроника һәм робот техникаһы буйынса уҡыу йыйылмалары бар.

“Үҫеш нөктәләре” ярҙамында ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгән мәктәп уҡыусылары заманса технологиялар менән таныша, улар менән эш итергә өйрәнә.

2019, 2020 йылдарҙа “Заманса мәктәп” федераль проектың тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостан Республикаһында 175 мәктәптә тәбиғи-фәнни һәм гуманитар йүнәлештәрҙәге “Үҫеш нөктәләре” асылғайны. Ошо нигеҙҙә информатика, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинеттарының матди-техник базаһы яңыртылды. Быйыл физика, химия, биология йүнәлештәренә өҫтөнлөк биреләсәк.

Был башланғыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Был проект Рәсәй мәғарифын донъя кимәлендә көнәркәшлеккә сығарыуҙы, Рәсәй Федерацияһын белем биреү сифаты йәһәтенән иң яҡшы ун дәүләт исемлегенә индереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Ауыл мәктәптәре “Үҫеш нөктәһе”нә тоташа
Ауыл мәктәптәре “Үҫеш нөктәһе”нә тоташа
Автор:
Читайте нас