Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
4 Сентябрь 2021, 18:02

Юл түшәү пландағынан тиҙерәк бара

Быйыл Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо 20 километр булған 11 юл участкаһы ремонтланасаҡ.  #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юл түшәү пландағынан тиҙерәк бараЮл түшәү пландағынан тиҙерәк бара
Юл түшәү пландағынан тиҙерәк бара

Өфө урамдарында юл селтәрен ремонтлау дауам итә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормош ашырыуға ярашлы башҡарыла.

Быйыл баш ҡаланың Ленин районында ғына ла дүрт объектты – Алекссевка юлының М. Исҡужин урамы менән Эшселәр урамы араһындағы өлөшөн, Эшселәр урамының Силикат урамынан алып Көтөү сығарыу урамына саҡлы өлөшөн, Карьер урамын, Көтөү сығарыу урамының Нехаев урамы менән Эшселәр урамына тиклемге өлөшөн норматив хәлгә килтереү бара.

“Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты күрһәткестәренең үтәлмәй ҡалыу ихтималлығы юҡ, ул ғына ла түгел, күп юл эштәре ваҡытынан алда үтәлде”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Юл ремонтлауҙа махсус техника ҡулланыла, эҫе асфальтты автоматик вибрация плитәһе һәм мини-асфальт һалғыс тигеҙләй. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында туҡтау “кеҫә”ләре һәм тротуарҙар эшләнә, юл ситенә асфальт-гранулятор һалалар.

Быйыл Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо 20 километр булған 11 юл участкаһы ремонтланасаҡ.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин

Юл түшәү пландағынан тиҙерәк бара
Юл түшәү пландағынан тиҙерәк бара
Автор:
Читайте нас