Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
4 Сентябрь 2021, 18:07

Киләһе йыл Учалыла яңы мәктәп асыла

Ошо көндәрҙә төҙөлөш барышы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов танышты. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Киләһе йыл Учалыла яңы мәктәп асылаКиләһе йыл Учалыла яңы мәктәп асыла
Киләһе йыл Учалыла яңы мәктәп асыла

Быйыл Учалыла яңы мәктәп төҙөлөшө башланды. 1225 урынға иҫәпләнгән полилингваль уҡыу йорто ҡаланың туғыҙынсы биҫтәһендә ҡалҡып сығып, киләһе йылда сафҡа инәсәк, тип күҙаллана.

Социаль әһәмиәттәге объект төҙөлөшөн башлау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды.

Ошо көндәрҙә мәктәп төҙөлөшөнөң барышы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов танышты.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы белгестәре билдәләүенсә, яңы мәктәптең майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Дүрт ҡатлы бинала ике спорт залы, иркен тантаналар залы, ашхана урынлашасаҡ. Башланғыс кластар өсөн уйын бүлмәләре һәм биләмәләре менән айырым уҡыу блогы төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ проектҡа ярашлы мәктәп ихатаһында спорт, уйын майҙансыҡтары, линейкалар һәм башҡа тантаналы саралар үткәреү урыны буласаҡ. Хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн пандустар, лифттар ҡаралған.

Әлеге мәлдә генераль подрядсы “А” һәм “Б” секцияларының аҫҡы ҡатын төҙөп бөтөп, беренсе ҡаттың стеналарын күтәреүгә тотонған.

Яңы белем усағы ваҡытында төҙөлөп бөтөп, киләһе йыл балаларҙың шат тауышына күмелер тип ышанайыҡ.

Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Киләһе йыл Учалыла яңы мәктәп асыла
Киләһе йыл Учалыла яңы мәктәп асыла
Автор:
Читайте нас