Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Октябрь 2022, 14:05

Хеҙмәт ветеранына “Йәнтөйәк” бүләк итте

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина  “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек  эстафетаһына йылдағыса  ихлас  ҡушылды #Всероссийскаядекадаподписки2023#БөтәРәсәйматбуғатҡаяҙылыудекадаһы2023

Хеҙмәт ветеранына “Йәнтөйәк” бүләк итте
Хеҙмәт ветеранына “Йәнтөйәк” бүләк итте

Лариса Фәрит ҡыҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән эстафетаны район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Наилә Раданил ҡыҙы Камалованан ҡабул итеп алды.

Лариса Фәрит ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Яңауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, күп бала тәрбиәләп үҫтергән һәм әлеге ваҡытта улы мобилизация буйынса хәрби хеҙмәттә булған хөрмәтле әсәгә яҙҙырҙы.

Инициативалы етәксе, әүҙем йәмәғәтсе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Лариса  Мөхәмәтшина  бүләк иткән  гәзит хөрмәтле ветеранға рухи аҙыҡ бирһен.

Лариса Фәрит ҡыҙы үҙ сиратында эстафетаны район үҙәге балалар баҡсалары мөдирҙәренә тапшырҙы. 

Илһөйәр Махатова.

Хеҙмәт ветеранына “Йәнтөйәк” бүләк итте
Хеҙмәт ветеранына “Йәнтөйәк” бүләк итте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: