Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
27 Май 2022, 10:07

Һөйөнсө! Ташламалы ун көнлөк!

Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башлана. Гәзиттәргә яҙылып, бүләктәр отоғоҙ!

Һөйөнсө! Ташламалы ун көнлөк!
Һөйөнсө! Ташламалы ун көнлөк!

6 июндән 16 июнгә  тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө уҙасаҡ.  Был осорҙа барлыҡ ваҡытлы баҫмаларға, шул иҫәптән “Йәнтөйәк ” район-ара  гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
Шулай итеп, 2022 йылдың икенсе  ярты йыллығына гәзитебеҙгә 418 һум 86 тингә  яҙылырға була. “Йәнтөйәк”тең  яҡын дуҫтары, кемдәр әлегәсә яҙылып өлгөрмәгән,  бирелгән форсаттан файҙаланып ҡалыр, тип ышанабыҙ.

Әйткәндәй, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит-журналдарға яҙылған кешеләр араһында “Яҙыл һәм бүләк от!” тип аталған бик матур акция иғлан итте. Унда ҡатнашыр өсөн  һеҙгә  кәмендә ике гәзиткә яҙылып  (гәзиттәр “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноҡо   булырға тейеш!),  15  июнгә тиклем квитанцияларығыҙҙы почта аша  хат менән түбәндәге адресҡа:    450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», каб.212 с пометкой «Подпишись и выиграй»  йәки электрон почтаға  [email protected] ебәрергә кәрәк.

Бүләктәр июнь  аҙағында Башҡортостан юлдаш телеканалында “Сәләм” тапшырыуында конкурс шарттарын үтәгәндәр араһында  уйнатыласаҡ.

 “Йәнтөйәк” гәзите редакцияһы ла  2022 йылдың икенсе ярты йыллығына алты айға баҫмабыҙға яҙылыусылар араһында 29 июндә   матур бүләктәр уйната. Кемдәр яҙылған, квитанцияларығыҙҙы  [email protected] электрон почтаһына һалығыҙ. Адресығыҙ һәм исем шәрифтәрегеҙ аңлайышлы булһын!

“Йәнтөйәк” гәзите коллективы.

Һөйөнсө! Ташламалы ун көнлөк!
Һөйөнсө! Ташламалы ун көнлөк!
Автор:
Читайте нас: