Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
18 Апрель 2022, 10:04

Араларҙы яҡынайтыусы

2022 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк тамамланып бара. Уның уңышлы уҙыуы хат ташыусыларҙың был осорҙа әүҙемлегенә, үҙ хеҙмәтенә яуаплы, етди ҡарауына бәйле. Борай ауылы почтальоны Гөлшәһиҙә Вәхитова ошо яуаплылыҡты аңлап, халыҡты декада ваҡытында күберәк яҙҙырып ҡалырға ашыға.

Араларҙы яҡынайтыусы
Араларҙы яҡынайтыусы

Гөлшәһиҙә Фәдис ҡыҙы хеҙмәт юлын 2008 йылда почта бүлегендә башлай. Кемгәлер – хат, берәүҙәргә гәзит һәм журнал, көндәлек кәрәк-яраҡ ташыусы почтальонды һәр йортта ихлас ҡаршылайҙар.
— Хеҙмәтем нисек кенә ауыр, ҡатлаулы булһа ла, зарланмайым. «Ҡайҙа мин юҡ, шунда рәхәт» тигән әйтем дә бар бит. Һәр кемдең хеҙмәте үҙенсә ауыр, үҙенсә ҡатлаулы. Бөгөн эш урыным булыуына ҡыуанып йөрөйөм, ауылдаштарыма ярҙам итә алыуыма һөйөнөп йәшәйем. Элекке ваҡыттағы кеүек гәзит уҡыу, хаттар яҙышыу булмаһа ла, ауылдаштарыбыҙ бөгөн дә почта хеҙмәтенән бик теләп файҙалана. Тимәк, хеҙмәтебеҙ кәрәк һәм беҙ быға бик шат. Әлеге һымаҡ декада ваҡытында һәр йортҡа, ғаиләгә барып етергә тырышам, — ти Гөлшәһиҙә Фәдис ҡыҙы.

Гөлназ Ханова.

Араларҙы яҡынайтыусы
Араларҙы яҡынайтыусы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: