Уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе, уларҙы яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәүсе Альмира Таһирйән ҡыҙы “Йәнтөйәк” гәзитенең тоғро дуҫы һәм әүҙем хәбәрсеһе лә. Баҫмабыҙға йыл да яҙылып, уны таратыуҙа һәм пропагандалауҙа ла үҙ өлөшөн индерә ул. Мәктәптә үткән саралар тураһында ла яҙып, хәбәр итеп тора.
Ижади эшләүсе уҡытыусы балалар өсөн сыҡҡан журналдарҙы ла алдырып, дәрестә ҡуллана, уҡыусыларҙы шулай үҙ өлгөһөндә гәзит-журналдар, китаптар уҡырға йәлеп итергә тырыша. “Үҙ-үҙеңде үҫтереү, күңелеңде байытыу өсөн рухи аҙыҡ кәрәк. Гәзит-журналдар уҡыу рухландыра, уйландыра, илһамландыра”, — ти Альмира Таһирйән ҡыҙы.
Наилә Имаева.