Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Октябрь 2021, 13:45

Телһөйәр, рухлы ағинәй

Үршиҙе ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә эйә мәғариф ветераны, урында ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләүсе Фәнизә Рахман ҡыҙы Сәлимгәрәева был юлы ла ике гәзиткә - “Йәнтөйәк” һәм “Ышаныч”ҡа ташламалы хаҡҡа яҙылып, телһөйәрлек, илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтте.  

Телһөйәр, рухлы ағинәй
Телһөйәр, рухлы ағинәй

 

Үршиҙе ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Фәнизә апай Сәлимгәрәева беҙҙе әүҙемлеге, телһөйәрлеге, илһөйәрлеге, ижади ҡарашлы, инициативалы булыуы менән һоҡландырып ҡына тора. Төҙөкләндереү өмәләре булһынмы, мәҙәни сарамы йәки башҡа эш торһонмо алда, барыһында ла әүҙем ҡатнашып, ауылдаштарын йәлеп итә. Матбуғатҡа яҙылыу кампаниялары ваҡытында ла Фәнизә Рахман ҡыҙы беренселәрҙән булып яҙылып ҡуя. Был юлы ла нәҡ шулай булды.

Гәзит-журналдар уҡырға бик яратам. Бер йыл да яҙылмай ҡалғаным юҡ. Үҙ телеңдә сыҡҡан матбуғат баҫмаларын уҡыуҙан рухи байлыҡ, ҡәнәғәтлек, илһам алам. Гәзит уҡыған бала инсафлы, итәғәтле, зиһенле була, шуға ата-әсәләр балаларын китап-гәзит уҡырға йәлеп итһен ине. Бала уҡыһын өсөн иң тәүҙә ата-әсә үҙе өлгө күрһәтергә тейеш. Шуға ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылып ҡалырға кәрәк”, - тип матбуғатҡа яҙылырға өндәне рухлы ағинәй.

Наилә Имаева.

 

 

 

 

Наилә Имаева.


#Матбуғат2022#Подписка2022

Телһөйәр, рухлы ағинәй
Телһөйәр, рухлы ағинәй
Читайте нас: