Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Октябрь 2021, 10:15

Ташламалы хаҡҡа гәзиткә яҙылырға өлгөрҙөгөҙмө?

Ә бына ҡайһы бер рухлы, мәрхәмәтле райондаштарыбыҙ үҙҙәре лә яҙыла, өҫтәүенә, йыл һайын яҙылып, баҫмабыҙҙы мохтаж ғаиләләргә лә ихлас бүләк итә! Афарин! #Матбуғат2022#Подписка2022  

Ташламалы хаҡҡа гәзиткә яҙылырға өлгөрҙөгөҙмө?
Ташламалы хаҡҡа гәзиткә яҙылырға өлгөрҙөгөҙмө?

Ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы тамамланырға ла ике генә көн ҡалды. Күптәр “Йәнтөйәк”кә яҙылып, беҙҙең менән дуҫлыҡ ептәрен нығытты.

Ә бына ҡайһы бер рухлы, мәрхәмәтле, оло йөрәкле райондаштарыбыҙ үҙҙәре лә яҙыла, өҫтәүенә, йыл һайын яҙылып, уны мохтаж ғаиләләргә лә ихлас бүләк итә! Асҡын район Советы аппараты мөдире Айгөл Нәфис ҡыҙы Сөләймәнова, мәҫәлән, йыл һайын «Йәнтөйәк» бүләк итәм!» хәйриә акцияһында ҡатнашып, баҫмабыҙҙы мохтаж ғаиләләргә бүләк итә. Был юлы ул "Йәнтөйәк"те инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләгә бүләк итте. Афарин!

Изгелек ҡылғандан арта ғына. Сауаплы эштәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын, Айгөл Нәфис ҡыҙы!

 

Наилә Имаева.


#Матбуғат2022#Подписка2022

Читайте нас: