Шамил Хәмәҙинуров 1950 йылдың 2 сентябрендә Иштыбай ауылында тыуған. Ул татар ауылы тип аталһа ла, яҡын-тирәлә башҡорттар йәшәй, шулай уҡ бирелә рус, мари, башҡа милләт халыҡтары татыу ғүмер кисерә.
Шамил бәләкәйҙән музыкаға, халыҡ йырҙарына ғашиҡ була, билдәле артистарҙың тормош юлы менән ҡыҙыҡһына, башҡарыу стилен отоп ала. Мәктәптә үк йырлай башлай, үҙешмәкәр концерттарҙа ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлағандан һуң ҙур конкурсты үтеп, ул Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Билдәле педагог Миләүшә Мортазинала уҡып, диплом алғанда һирәк тембрлы, матур тауышҡа эйә йырсыға әйләнгән була.
— Шамилдың тауышы һоҡланғыс ине, — тип иҫкә ала Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы. — Опера йырсыһы булыр, тип өмөтләнгәйнеләр, ләкин тормош үҙенекен итә. Ул эстрада йырсыһы булып китте, тамашасылар һөйөүен яуланы. Шамил Шәрифйән улы эште ярты-йорто ғына эшләй белмәне, бөтәһен дә еренә еткереп башҡарҙы. Төрлө йылдарҙа билдәле сәхнә оҫталары Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғәлиә Солтанова, Әхәт Уразмәтов, Филүс Гәрәев менән һөҙөмтәле эшләне.
Шамил Хәмәҙинуровтың халыҡ йырҙарын мари, мордва, сыуаш, татар, ҡазаҡ һәм башҡа телдәрҙә оҫта башҡарыуы тамашасылар араһында ҙур билдәлелек яулай. Йырсы һәр саҡ тыңлаусыларының милли составын иҫәпкә алып, үҙ репертуарын һайлай. Был уны халыҡ менән тағы ла яҡынайта.
Йырсының уңыштары йәмәғәт һәм дәүләт тарафынан лайыҡлы баһалана. Йыр сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур өлөшө өсөн уға 1988 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелә. 2013 йылда “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” исеменә лайыҡ була.
Шамил Хәмәҙинуровтың йәнтөйәге билдәле улын бер ҡасан да онотманы. 2015 йылда уның 65 йәшенә район үҙәге Мишкәлә мемориаль таҡтаташ асылды. 2019 йылда халыҡ артисы хөрмәтенә беренсе тапҡыр Шамил Хәмәҙинуров исемендәге асыҡ район вокалсылар конкурсы үткәрелде. Йыр бәйгеһе йылдан-йыл билдәлелек яулай бара.
Быйыл өсөнсөләй ойошторолған конкурс ете район һәм ике ҡаланан талантлы башҡарыусыларҙы йыйҙы. Ҡатнашыусыларҙың йәше 18-ҙән алып оло йәшкә тиклем ине. Улар ике төрлө әҫәр: халыҡ һәм эстрада йыры башҡарырға тейеш, береһе Ш. Хәмәҙинуров репертуарынан булыу мөһим ине.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мишкә районының почетлы гражданы Нәфирә Иҡсанова-Бабичева рәйеслегендәге жюри составына Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары — баянсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәлит Фәтихов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Лилиә Фәтихова, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Фәйрүзә Нурыева ингәйне.
Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Лариса Александрова сәләмләне һәм уңыштар теләне. Көн оҙоно барған сарала тамашасылар халыҡ һәм эстрада йырҙарын ихлас тыңланы һәм дәррәү алҡыштарға күмде.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Халыҡ йырына мөхәббәт өсөн” номинацияһы — Зилә Рәхмәтова һәм Юлиә Шәрифйәнова дуэтына (Ҡариҙел районы), “Тамашасылар һөйөүе бүләге” — Радик Ғилмияровҡа (Мишкә районы), “Шамил Хәмәҙинуров йырҙарын иң яҡшы башҡарған өсөн” номинацияһы Идрис Хәмиҙуллинға (Саҡмағош районы) тапшырылды.
Благовещен ҡалаһынан Альбина Ғәсимйәнова — 3-сө, Мишкә районынан Радик Ғилмияров — 2-се, шулай уҡ Мишкәнән Алия Мортазина 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Асҡын районынан “Ләйсән” вокаль квартеты, Саҡмағоштан Ривенер Ғөбәев, Ҡариҙелдән Зилә Рәхмәтова, Кушнаренконан Рәфис Баҡыев һәм Филиә Әзетдинова 3-сө дәрәжә лауреат дипломына эйә булды.
2-се дәрәжә лауреат дипломы Кушнаренко районынан Илшат Арыслановҡа, Мишкә районынан Илфаҡ Арысланов һәм Эльвира Шәйҙуллина дуэтына, Дүртөйлө ҡалаһынан Лилиә Сәрүәроваға тапшырылды.
1-се дәрәжә лауреат дипломына Мишкә районының “Ужара” халыҡ вокаль ансамбле, Шишмә районынан Ризида Әхмәтшина һәм Саҡмағош районынан Идрис Хәмиҙуллин лайыҡ булды. Конкурстың Гран-прийын Балтас районынан Фиғәт Ғәлин яуланы. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Венера Әғләмова.
Мишкә районы.