“Вояж” туризм, экология һәм ял һауыҡтырыу-белем биреү үҙәгендә Бөрө ҡалаһы һәм районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының генеалогик ағас — шәжәрә төҙөү буйынса “Быуындар хәтере” тип исемләнгән семинар-кәңәшмәһе үтте. Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған сараны үҙәктең туризм бүлеге мөдире Әлмира Самат ҡыҙы Ғарипова ойошторҙо.
Ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы һәм бәйгеселәрҙе үҙәктең директор вазифаһын башҡарыусы Елена Викторовна Корепанова сәләмләне. Артабан мәғариф идаралығының мәғлүмәти-методик бүлеге методисы Линара Әхнәф ҡыҙы Хисмәтуллина сығыш яһаны. Ул урта дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының уртаҡ инициативалар менән эшләүен юғары баһаланы, яңы һулыш алған сараның артабан да төрлө формала дауам итеүен теләне.
Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова быуындар бәйләнешенең бөгөнгө әһәмиәтен билдәләп, барлыҡ ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткереп, уңыштар теләне.
Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтшина мәртәбәле һәм әһәмиәтле сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, уларға Халыҡтар дуҫлығы йорто исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сараның мәртәбәле ҡунағы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов шәжәрә төҙөү буйынса практик кәңәштәр бирҙе. Архив материалдары менән эшләү, мәғлүмәтте эҙләү юлдарын аңлатты, ревизия һәм метрика яҙмаларында осрай торған хаталар, килеп тыуған ҡыйынлыҡтар хаҡында һөйләне. Тарих фәндәре кандидаты Илшат Сөләймән улы Иғдәүләтов Интернет селтәре аша ревизия материалдары менән эшләү мөмкинлеге тураһында һүҙ алып барҙы.
Семинар-кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙҙәренең проект эштәрен тәҡдим итте. Йөкмәткеле сығыштар сағыу презентациялар менән оҙатылып барҙы. Шулай уҡ эштең грамоталылығы, шәжәрә ағасының нисә быуынға тиклем асыҡланыуы, ата-бабаларҙың йәмғиәттәге роле баһаланды.
Уҡыусылар араһында “Шәжәрәне тәрәндән һәм ентекле өйрәнгәне өсөн (ете һәм унан да күберәк)” номинацияһына һәм 1-се дәрәжә дипломға ҡаланың 7-се мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Ильяс Фәйзрахманов лайыҡ булды. Иң йәш конкурсант булыуға ҡарамаҫтан, ырыуының тамғаһын, ҡошон, оранын әйтеүҙән башланы ул үҙенең сығышын. Уҡытыусылар араһынан шул уҡ номинацияға Миңзәлә Шәйхинурова лайыҡ булды. Ул “Өс быуатты бәйләүсе еп” исемле йөкмәткеле һәм тәрән эҙләнеү эшен архив материалдарына таянып яҙған һәм ата-бабаларын 10-сы быуынға тиклем өйрәнгән.
2-се дәрәжә диплом һәм “Шәжәрәне төҙөүгә оригиналь һәм ижади ҡараш өсөн” номинацияһы ике уҡыусыға тапшырылды. Ҡаланың 8-се мәктәбенән Самир Ғилемшин “Мин Ирәкте башҡорттары тоҡомонан” докладында шәжәрәне ҡарт олатаһы Винер Хәмит улы ярҙамында төҙөүен, ата-бабаларының Тәтешле районынан сығыуын, үҙенең күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң вариҫы булыуы менән хаҡлы ғорурланыуын белдерҙе. 1-се мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Азат Лотфуллин иһә ата-әсәһе, туғандары ярҙамында ата-бабаларының 12-се быуынына тиклем шәжәрәне төҙөй алған. Сығышында ул есаул Таһир Йосоповтың һәм тирмә старшинаһы Хәбибулла Таһировтың нәҫелен лайыҡлы дауам итеүен бәйән итте.
Нимә ул шәжәрә? Шәжәрә ғәрәп телендә «ағас» тигән һүҙ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫелде, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ә ни өсөн ағас? Ағас борон беҙҙең халыҡта һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Тамыры — үткәнебеҙ, олоно — бөгөнгөбөҙ, тармаҡтары — киләсәгебеҙ. Кешенең ата-бабаһы — ағастың кәүсәһе, яҡын туғандары — ботағы, туғандарҙың-туғандары һабаҡтары, япраҡтары формаһында тармаҡланып төҙөлгән була.
Уҡытыусылар араһында шул уҡ номинацияға Әлфинә Сәйетгәрәева (1-се мәктәп) һәм Айгөл Хәмитова (4-се мәктәп) лайыҡ булды. Әлфинә Фәғәнәз ҡыҙы Асҡын районы Ҡубияҙ ауылында йәшәүсе Сәйетгәрәевтар нәҫеленең күренекле вәкиле Лотфикамал Сәйетгәрәй ҡыҙы тураһында һөйләне. Районда күп йылдар алдынғылыҡты бирмәгән тракторсы ҡыҙҙы СССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайлайҙар. Мәскәүҙә ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев һәм башҡа күренекле шәхестәр менән осраша. Айгөл Риво ҡыҙы тыуған яғы — Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылы менән бәйле шәжәрә ебен барланы.
3-сө дәрәжә диплом һәм “Шәжәрә төҙөүҙә ғаилә ҡомартҡыларын ҡулланған өсөн” номинацияһы 9-сы мәктәп уҡытыусыһы Римма Мурашкинцева һәм уның уҡыусыһы Алһыу Ғәлиәхмәтоваға тапшырылды. Римма Сәлих ҡыҙы үҙенең һәм тормош иптәше яғынан ата-бабалар быуынын асыҡлаһа, Алһыу “Минең шәжәрәмдең тарихы һәм бер ауыл тарихы яҙмаһы”н һөйләне.
Сара аҙағында Елена Викторовна үҙенең ғаилә шәжәрәһе, олатай-өләсәйҙәренең аяныслы яҙмышы тураһында һөйләне, мәғлүмәтте йыйғанда кисергән тәьҫораттары менән бүлеште. Жюри ағзалары урындарҙы билдәләгән арала 3-сө урта мәктәп уҡыусыларына шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде.
Ғәҙәти булмаған семинар-кәңәшмә байрам тантанаһы, ата-бабалар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.