Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль , 11:00

Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә

Мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған әҙәби кисә үтә. Был сара тарихи хәтерҙе һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауҙың ни тиклем ҡәҙерле булыуын күрһәтә.

Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә

Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, прозаик, «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов менән билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” республика балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, публицист һәм яҙыусы Әхмәр Үтәбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сралары агентлығы етәксеһе кәңәшсеһе, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы директоры урынбаҫары Әлфиә Байбурина, Мишкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова һәм башҡалар ҡатнаша.
Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары XX быуат башы әҙәбиәтендә генә түгел, ә тотош башҡорт әҙәбиәте үҫеше тарихында ҙур урын алып тора. Уның ижад юлы ун йылға ғына һуҙылып, яҙмалары матбуғатта дүрт-биш йыл ғына баҫылыуға ҡарамаҫтан, ижады республикабыҙҙан ситтә лә киң танылыу яулай. Сарала Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлын иҫкә төшөрәләр, шиғырҙарын уҡыйҙар. Әҙәби кисәлә ҡатнашыусылар Шәйехзада Бабич ижадына һоҡланыу белдерә. «Бабич» кинофильмында төп ролде башҡарыусы Илгиз Таһиров шағир иҫтәлегенә бағышлап, уның йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырын уҡып ишеттерә.
Мәртәбәле ҡунаҡтар Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың һәйкәленә сәскәләр һала һәм уның музейында була.
Әлфиә Байбурина «Ростелеком» вәкилдәре менән берлектә музейға ҡиммәтле бүләк (компьютер һәм интернетҡа тоташыу өсөн сертификат) яһай.
Сарала ҡатнашыусылар Шәйехзада Бабичты иҫкә алып, уның тураһында мәғлүмәттәрҙе яңыртып, күренекле шәхес хаҡында хәтерҙе һаҡлау буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашып, бындай осрашыуҙарҙы артабан да үткәрергә ҡарар итеп, бай тәьҫораттар алып ҡайта.


Наилә Имаева әҙерләне.

Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Шәйехзада Бабич — халыҡ хәтерендә
Автор:
Читайте нас: