Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь , 12:25

Патриотик фестиваль һәләтлеләрҙе асыҡланы

“Атайсал” мәҙәни үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары һәм унда ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре араһында II асыҡ төбәк-ара патриотик фестиваль үтте. Сара “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы тарафынан Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән ойошторолдо.

Патриотик фестиваль һәләтлеләрҙе асыҡланы
Патриотик фестиваль һәләтлеләрҙе асыҡланы

Фестивалдә солист-вокалсылар, вокаль ансамблдәр һәм автор-башҡарыусылар үҙҙәренең һәләтен күрһәтте. Конкурс шарты буйынса унда махсус хәрби операциялағы яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнаша ала ине. Финалда Башҡортостандан — 15 һәм Удмуртиянан биш кеше сығыш яһаны. Финалсыларҙы һәм тамашасыларҙы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова сәләмләне.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн республиканың төрлө мөйөшөнән һәм Удмуртиянан 100-ҙән ашыу заявка бирелә. Мишкә районынан МХО-ла һәләк булған Марсель Байрамовтың апаһы Анжелика Йөҙөкбаева туғаны тураһында шиғыр уҡыны. Марсель 2022 йылдың 1 майында хәрби бурысын үтәгәндә Украина территорияһында һәләк була. Иҫке Ҡолсобай ауылы егете 1995 йылдың 21 ғинуарында тыуған. Ул спорт яратҡан, еңел атлетика һәм саңғы ярыштарында ҡатнашып, район һәм республика кимәлендә күп тапҡырҙар призер һәм еңеүсе булған. Ваҡыт еткәс, ул физкультура уҡытыусыһы булырға уйлай һәм Стәрлетамаҡ физик культура институтына уҡырға инә. Уны тамамлағас, тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. 2017 йылдың июнендә Марсель хәрби хеҙмәткә алына. Аҙаҡ хеҙмәтен контракт буйынса дауам итә. 27 йәшлек егет махсус хәрби операцияла ярсыҡ эләгеп яралана һәм һәләк була.
Марселдең үлеме яҡындары өсөн ҙур юғалтыу, уңалмаҫ яра булды. Уның тураһында апаһы мари телендә “Өмөт” тигән шиғыр яҙа. Анжелика Леонидовна Сурай ауылы гимназияһында мари теле уҡытыусыһы булып эшләй. Бик талантлы шәхес ул. Яҙын ул “Ший памаш” Мари мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү хәйриә фондынан “Мари теленә һәм мәҙәниәтенә хеҙмәт иткән өсөн” наградаһы менән бүләкләнде. Анжелика Йөҙөкбаеваның сығышы тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде. Уға лауреат дипломы тапшырылды.
Барлыҡ финалсыларға ла дипломдар, кубоктар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.


Светлана Тоймырҙина.

Мишкә районы.

Автор:
Читайте нас: