Республика етәкселеге Башҡортостанда мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. “2023 йылда ғына ла мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә 14 миллиард һумдан артыҡ аҡса йүнәлттек – был уҙған йыл менән сағыштырғанда 12,3 процентҡа күберәк. Был ҙур һан, ул беҙҙе һөйөндөрә. Беҙҙең бурыс – йыл һайын финанслау күләмен арттырыу”, – ти Радий Хәбиров.
Районыбыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге, тәү сиратта, ауыл мәҙәниәт учреждениелары селтәрен һаҡлауға, китапхана эшен камиллаштырыуға, шулай уҡ халыҡ ижадын үҫтереүгә, халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән.
Һуңғы биш йылда мәҙәниәт өлкәһендә районыбыҙҙа төрлө ҙур күләмле проекттар тормошҡа ашырылды. Шуларҙың береһе — «Йәйғор» республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады бәйгеһе (был сара беҙҙең районда 2009 йылдан башлап уҙа). Ул тыуған республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап үткәрелгәйне. Бәйгегә республика район һәм ҡалаларынан 7-17 йәшлек 250-нән артыҡ йәш йырсы, бейеүсе, сәнғәтле һүҙ оҫтаһы килгәйне. Уларҙың сығышын З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендәге мәртәбәле жюри баһаланы.
Борай районы данын “Ынйы” өлгөлө бейеү, фортепиано, ҡалаҡсылар ансамблдәре, нәфис гимнастика командаһы, мода театры, айырым вокалсылар яҡланы. Уларҙың һәр ҡайһыһы бик күркәм сығыш яһап, тамашасыларҙың көслө алҡыштарына лайыҡ булды. Моңло тауышлы Зиннур Исламов бәйгенең иң юғары бүләге – Гран-приға лайыҡ булды.
Быйыл «Йәйғор» республика бәйгеһе августа уҙасаҡ һәм ул Президенттың Мәҙәни инициативалар Фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыласаҡ.
“Танып-Һыу” II Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Проект сиктәрендә районыбыҙҙың Ваныш-Алпауыт ауылына Башҡортостан Республикаһынан һәм Рәсәй төбәктәренән 10 көнгә рәссамдар саҡырылғайны. Борай һәм күрше Балтас, Тәтешле, Ҡалтасы райондар территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың традицион көнкүрешенә, тарихына һәм сәнғәтенә сумып, рәссамдар «Танып легендалары» темаһына әҫәрҙәр ижад итте. «Ижади лагерь» тамамланғандан һуң, рәссамдарҙың эштәре Борай ауылының «Танып-Һыу» Арт-галереяһында «Танып легендалары» тематик күргәҙмәһенә ҡуйылды. Шулай уҡ симпозиум сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
2023 йылдың 1 апреленән 30 сентябренә тиклем районыбыҙҙа “Етендән күлдәккә тиклем” проекты тормошҡа ашырылды. Проект район халҡын халыҡ һөнәренең ҡулдан туҡыу күнекмәләрен үҙләштереү аша ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә йүнәлдерелде. Проектта ҡатнашыусылар апрелдә проекттың партнеры фермер хужалығы биргән ерҙә бер гектар етен сәсте. Августа, уңыш йыйып алғандан һуң, етен епкә ҡәҙәр эшкәртеүҙең барлыҡ стадияларын үтте. Ҡатнашыусылар район китапханаһында һәм район Мәҙәниәт йортонда туҡыма техникаһы буйынса уҡып, милли орнамент мотивтары менән танышты. Сентябрь аҙағында йомғаҡлау сараһы — етен фестивале-байрамы уҙҙы. Унда проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын һәм әҙер етен әйберҙәрен күрһәтте. Күргәҙмә-йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре һәм район фольклор коллективтарының театрлаштырылған тамашалары ойошторолдо.
2023 йылдың 26-27 майында район Мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, күренекле яҡташыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева иҫтәлегенә арналған “Ҡулъяулығым төшөп ҡалды Борай болондарында” тип аталған беренсе төбәк-ара башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһенең йомғаҡлау концерты уҙҙы. Әлеге проект Президенттың Мәҙәни инициативалар Фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.
Конкурс ике этаптан торҙо. Беренсеһендә ойоштороу комитеты бәйгеселәрҙе электрон почтаға ебәрелгән видеояҙмалар буйынса баһаланы. Барыһы 70-тән артыҡ ғариза бирелгәйне.
Икенсе һайлап алыу турында 40-тан артыҡ башҡарыусы ҡатнашты. Профессиональ һәм үҙешсән башҡарыусылар айырым баһаланды.
2024 йылдың 25 майында Борай ауылының үҙәк майҙанында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Вадим Заһиров иҫтәлегенә бағышланған “Берҙәмлек ритмында” ҡалаҡсылар ансамблдәренең республика фестивале уҙҙы. Ул Балалар сәнғәт мәктәбе тарафынан Президенттың Мәҙәни инициативалар Фонды һәм район хакимиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Фестивалдә беҙҙең Башҡортостан Республикаһының иң көслө ҡалаҡсылар ансамблдәре, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһынан ҡалаҡсылар ансамбле (онлайн форматта) сығыш яһаны.
Проект Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһында туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен урынлаштырыуға һәм нығытыуға, тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауға һәм үҫеп килеүсе быуынды патриотик тәрбиәләүгә йүнәлдерелгән уртаҡ мәҙәни сарала ҡатнашыу аша яңы төбәктәрҙән уҡыусыларҙы Рәсәйҙең мәҙәни киңлегенә йәлеп итеүгә һәм интеграциялауға йүнәлдерелде.
Ошо проекттарҙың авторы, тормошҡа ашырыусыһы – район мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Илгиз Зөфәр улы Харисов. Нәҡ ул ошондай ҙур идеялары менән төрлө проекттар булдырып, гранттар отоп, күпме халыҡты мәҙәниәткә йәлеп итә, тарихыбыҙҙы барлай.
Әлеге саралар район халҡының традициялары, мәҙәниәте, әҙәбиәте ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыну уятыуын иҫбатланы. Был беҙҙең йәшәйешебеҙҙә һәм байрамдарҙа ла асыҡ сағыла.
Илгиз Харисов, район мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы, проекттарҙың авторы:
– Беҙҙең Борай районында йыр-бейеүгә, һынлы сәнғәткә, ҡул эштәренә һәләтле халыҡ йәшәй. Шулай уҡ билдәле йырсылар, бейеүселәр, артистар, рәссамдарҙың тыуған ере лә ул Борай. Тимәк, тәбиғәттән бирелгән һәләтте үҫтерергә тырышыу, халыҡтыҡын халыҡҡа сығарыу, шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү кеүек эштәрҙе дауам итеү мөһим.
Ошо мәҙәни һәм ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика, ил башлыҡтары тарафынан булдырылған төрлө мәҙәни фондтар, гранттар булыуы бик һөйөнөслө һәм беҙгә ҙур ярҙам булып тора. Шуны ла билдәләргә кәрәк, республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан райондарҙа үткәрелгән бренд сараларына аҡсалата ярҙам бирелә. Беҙ ике йыл рәттән этно-арт симпозиумын үткәрергә ярҙам алдыҡ.
Лира Юрасова.