Балтас районында күренекле яҙыусы, фән докторы Әхнәф Харисовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған, "Урал батыр мәктәбе" проектын ғәмәлгә ашырыуға бағышланған сара ойошторолдо. Унда ғалимдар Зөһрә Рәхмәтуллинаның, Нурислам Ҡалмантаевтың, Миңлеғәле Нәҙерғоловтың, Гөлнур Хөсәйенованың, Линара Ишкилдинаның, Рәйсә Күзбәкованың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Конференцияла ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленеп, асыҡ дәрестәр ҡараны. Иҫке Балтас ауылының Советтар Союзы Геройы Үлмәҫ Шәкиров исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Мөбәрәкова менән Зифа Рәзетдинова V һәм IV асыҡ дәрестәр күрһәтте. Светлана Фәтихйән ҡыҙы – "Яҡшылыҡ әкиәте", ә Зифа Фәнил ҡыҙы "Туғанлыҡ терминдары буйынса дәрестәр үткәреүе шуға асыҡ миҫал.
Бынан тыш белем усағының тамашалар залында Әхнәф Харисовҡа бағышланған "Ғалим булғым килә" тигән пьесаны мәктәп уҡыусылары сәхнәләштерҙе.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Сығанаҡ: Башҡортостан