Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Апрель , 09:00

Мәҙәниәткә осраҡлы килмәгәндәр

Илмир Фаридонов һәм Айрат Имамов район мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә

Мәҙәниәткә осраҡлы килмәгәндәр
Мәҙәниәткә осраҡлы килмәгәндәр

Бар һөнәр ҙә мөһим һәм кәрәкле. Уларҙың ҡайһыһын ғына алһаң да, үҙ эшеңде яратып, бар күңелеңде биреп башҡарған осраҡта нәтижәһе менән һөйөндөрөр, юғары баһа алыр. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”, тип юҡҡа ғына әйтмәй бит халыҡ мәҡәле. Әлеге яҙмам намыҫлы хеҙмәттәре менән райондаштары араһында оло ихтирам яулаған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре — Илмир Фаридонов һәм Айрат Имамов тураһында.
Егеттәрҙең икеһе лә — Балтас район Мәҙәниәт йорто директоры урынбаҫарҙары. Илмир Мәғәнәүи улы — райондың барлыҡ ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары, ә Айрат Әҙеһәм улы матди хужалыҡ өлөшө буйынса.
Һәр саҡ мәҙәниәттең роле халыҡ тормошонда мөһим өлкә булараҡ билдәле. Бында ижад кешеһе халыҡҡа мәҙәни яҡтылыҡ, рухи байлыҡ, мәрхәмәт сатҡылары өләшә. Матурлыҡты күрә һәм баһалай белмәһәң, ижад тулҡынында йөҙмәһәң, әлеге һөнәргә бар күңелең менән бирелеп булмайҙыр. Ә Илмир Фаридонов һәм Айрат Имамавҡа быларҙың барыһы ла тәбиғәттән бирелгән. Мәҙәниәткә хеҙмәт итеүҙе һайлаған һәм ғүмерҙәрен ошо өлкәгә бағышлағандар һәр ваҡыт оло ихтирамға лайыҡ.
Илмир Мәғәнәүи улы һәм Айрат Әҙеһәм улы — икеһе лә бар эшкә етди һәм яуаплы ҡараған хеҙмәткәр. Улар менән ҡуйылған һәр бурысты атҡарып сығырға була. Барыһы менән дә уртаҡ тел табып эшләйҙәр. Ниндәй генә мәсьәлә менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр саҡ төплө кәңәш бирергә һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. "Беҙҙең эш ябай түгел бит, һәр кемгә мәғлүм. Байрамдарҙа ла, башҡалар ял иткәндә, мәҙәниәт кешеләре күңел йылыһын ҡыҙғанмай, тырышып халыҡҡа хеҙмәт итә, шатлыҡ һәм рухи байлыҡ, яҡшы кәйеф өләшә. Бындай татыу һәм берҙәм коллектив менән эшләргә була", — ти район Мәҙәниәт йорто директоры Гөлфиә Шәисламова.
Илмир Фаридонов Имән ауылында тыуып-үҫеп, 2001 йылда Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбен тамамлай. Артабан юғары белем алыу маҡсаты менән Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, бер аҙ ваҡыт “Балтас тирмәне” йәмғиәтендә лаборант булып эшләй. Йәш белгес Иркутск ҡалаһында стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайта.
Илмир Мәғәнәүи улының мәҙәниәткә килеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Бәләкәйҙән үк мәҙәниәткә, сәнғәткә ғашиҡ була ул. З-сө кластан уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушания Хәсәнова етәкселегендәге ансамблдә бейеү оҫталығын үҙләштерә. Мәктәпте тамамлағас та, ансамбль менән бәйләнеште өҙмәй, төрлө концерттарҙа сығыш яһай, конкурстарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәбендә Наил Ғәлләмов етәкселегендә баян йүнәлеше буйынса халыҡ музыка ҡоралдары асылына төшөнә.
— Ҡайһы саҡта 12-15 сәғәт эшләргә тура килә. Бәхеткә, ғаиләм мине аңлай һәм һәр саҡ эшемде хуплап, ярҙам итеп тора. Ышаныслы һәм һағынып көтөп алған “тыл” булғанда эштәге һәм тормоштағы проблемалар һиҙелмәй ҙә. Беҙҙең эш ваҡыт һулышын тойорға, даими рәүештә ниндәй ҙә булһа яңылыҡтар асырға мөмкинлек бирә, — ти Илмир Фаридонов.
Айрат Әҙеһәм улы Иҫке Балтас ауылында донъяға килә. 1988 йылда урта мәктәпте тамамлап, Калининград өлкәһендәге тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1991 йылда, Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, Удмуртия Республикаһының Сарапул ҡалаһындағы радио-техник училищеһына уҡырға инә. Артабан күпмелер ваҡыт районда эшләп алғас, 1997 йылда район Мәҙәниәт һарайында хеҙмәт юлын дауам итә. Бирелә рәссам-биҙәүсе булып та эшләп ала. Хәҙер инде оҙаҡ йылдар район Мәҙәниәт йорто директорының матди хужалыҡ өлөшө буйынса урынбаҫары вазифаһын намыҫ менән башҡара.
Был һөнәр мәҙәниәт учреждениеһының уңышлы эшләүендә мөһим роль уйнай. Эш барышын ойоштороуға, тамашасылар өсөн уңайлы шарттар булдырырға һәм саралар уҙҙырыу өсөн техник әҙерлеккә бәйле төрлө бурыстар — былар барыһы ла Айрат Әҙеһәм улы иңендә. Тамашасылар һәм төрлө сараларҙы ойоштороусылар тарафынан талаптар артыу сәбәпле, хужалыҡ буйынса урынбаҫар ойошманың иң яуаплы хеҙмәткәрҙәренең береһе һанала. Үҙенең туранан-тура бурыстары менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, уның сәхнә түрендә коллектив менән йырлағанын һәм өҙҙөрөп бейегәнен район халҡы һоҡланып ҡарай. Бар яҡлап та булдыҡлы һәм һәләтле ул.
Башҡарған эштәренә бар күңел йылыһын, тырышлығын һалған, әленән-әле тыуып торған үҙгәрештәргә, яңылыҡтарға яраҡлашып, үҫеш юлында булған һөнәр эйәләре — Илмир Фаридонов менән Айрат Имамовҡа киләсәктә лә уңыштар ғына юлдаш булһын.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Мәҙәниәткә осраҡлы килмәгәндәр
Мәҙәниәткә осраҡлы килмәгәндәр
Мәҙәниәткә осраҡлы килмәгәндәр
Мәҙәниәткә осраҡлы килмәгәндәр
Автор:
Читайте нас: