Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!
“Йәшлек”те йәшнәткән етәксе
Һәр яҡлап алдынғы, өлгөлө Рәфилә Мөнирова барыһын да һоҡландырып йәшәй
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең алыштырғыһыҙ етәксеһе Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы Мөнирова күркәм ғүмер байрамын — 60 йәшен билдәләй.
Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы 1963 йылдың 11 ноябрендә Ҡариҙел районының Яҡуп ауылында тыуған. Бәләкәйҙән үк ул спортты, сәнғәтте, мәҙәниәтте яратҡан. Мәктәп йылдарында һәр вакыт спорт ярыштарында, концерттарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Күптәнге хыялы уны Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт-ағартыу техникумының бейеү бүлегенә алып килә.
— Студент саҡ – күңелле, дәрт-дарман ташып торған саҡ. Мин дә ҡараҡай ғына Ҡариҙел ҡыҙын тәү күреүҙән оҡшаттым. Үҙем баянсылар бүлегендә уҡып йөрөйөм. Рәфиләне үҙемдең көйҙәргә бейетә-бейетә күңелен яулап алдым. Бер аҙҙан өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Ҡулыбыҙға диплом алыу менән Ҡариҙелгә эшкә юлландыҡ. Шунан бирле бергәбеҙ, Аллаға шөкөр, бергә тиң-тигеҙ килеп йәшәүебеҙгә 40 йыл тулып китте, — тип хәтер йомғағын һүтә юбилярҙың тормош иптәше Таһир Әғзәм улы Мөниров.
Эйе, ваҡыт бик тиҙ уҙып киткән. Ә Рәфилә Мөғәллим ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә “бейеү ансамбле етәксеһе” тигән бер генә яҙма бар. Ҡариҙел районы Мәҙәниәт һарайының “Йәшлек” халык бейеүҙәре ансамбле Мөнировтар ғаиләһенең оло ғорурлығы. Быйыл ул да түңәрәк датаһын – 40 йәшен билдәләй.
- Ошо йылдар “Йәшлек” ансамбле эшмәкәрлегенә тотош ғаиләбеҙ тос өлөш индерҙе, тиһәк, хата булмаҫтыр. Әсәйебеҙ, уның художество етәксеһе булараҡ, ансамблдең составы, репертуары, сәхнә костюмдары, музыка-аранжировка өсөн яуаплы булды. Атайыбыҙ баянда уйнағанда, беҙ шунда бейеп үҫтек, — ти юбилярҙың балалары Айгөл менән Илсур.
Рәфилә Мөғәллим ҡыҙының эш бүлмәһе тотош мөғжизәләр яланын хәтерләтә. Ансамблдең төрлө уңыштары сағыла бында. Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең төрлө составының фотолары матур итеп ҡуйылған. Республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә, күрше Татарстан, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларынан алып ҡайтылған наградалар янында “Байыҡ” телевизион конкурсы айырым урын биләп тора. Был конкурстың бүләге алтын ситектәр Рәфилә Мөғәллим ҡыҙында бер нисә! Соло, дуэт, трио, ансамбль номинацияларының барыһында ла призлы урындар яулағандар. Әлеге ваҡытта улар яңы бейеү менән финалға үтеп, дәртләнеп конкурстың төп сараһына әҙерләнә. Быларҙың барыһында ла Рәфилә Мөғәллим ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте, оло тырышлығы, яуаплылығы ята. Шуға ла Башҡортостан Республикаһының аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен 30 йыл буйы лайыҡлы йөрөтә ул.
Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы һәр саҡ иҗади эҙләнеүҙәр менән янып йәшәй. Күпме хыялланған бейеүҙәрен сәхнәгә сығара алды ул! Ансамблгә костюмдар тектерер өсөн күпме ишектәр тапап йөрөгәнен Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы үҙе генә беләлер. Тырышҡас, уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй, “Йәшлек” ансамбле бер-бер артлы бейеү конкурстары дипломанты, лауреаты була. Ансамблдәге бейеүселәрҙең ата-әсәләре бейеү остазына сикһеҙ рәхмәтле. Күп кенә уҡыусылары студент йылдарында ла бейеүҙе ташламай, ә ҡайһы берҙәре остаздарының һөнәрен оҡшатып, хореография бүлектәрендә белем ала.
Юбилярыбыз бик бәхетле ҡатын-ҡыҙ. Уның яратҡан эше, ғаиләһе бар. Бар эшкә лә оҫта хужабикә лә үҙе. Мөнировтарҙың йорт ҡапкаларын асып инеү менән йәшеллеккә, гөлдәр иленә сумаһың, алмағастары, сейәләре, виноградтары йыл һайын уңыш бирә. Сәләмәт тормош алып барыусы был ғаилә кәрәк икән еләк-бәшмәк йыйырға, велосипедта сәйәхәт итергә тәбиғәт ҡосағына ашҡына. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, үҙҙәренең булдыҡлылығын улар тағы бер ҡабат иҫбат итте. Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” төбәк-ара конкурсында ла еңеү яуланы. Бына шулай һәр яҡлап алдынғы ҡарашлы гүзәл зат ул беҙҙең юбиляр!
60 йәшен Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы шатлыҡлы мәлдәр менән ҡаршылай, ә улар яратҡан ғаиләһенән килә. Тормош иптәше Таһир Әғзәм улы менән тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙҙары Айгөл дә, улдары Илсур ҙа бөгөн ышаныслы аҙымдар менән үҙ аллы донъя көтә. Улар күптән Мөнировтарҙы өләсәй-олатай булыу бәхете менән сорнаған. Айгөл тормош иптәше Илдус менән Камил һәм Заринаны үҫтерә. Улдары Илсур кәләше Альбина менән Морат һәм Милана исемле ул-ҡыҙға ғүмер биргән. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән уртаҡ тел табып, ҡунаҡлашып, һәр бер байрамды бергә билдәләп, бик татыу йәшәйҙәр. Берҙәм булып, балаларҙы үҙ торлаҡтарын булдырырға ярҙам иттеләр, ейән-ейәнсәрҙәрен дә тәрбиәләшәләр.
Әйткәндәй, Рәфилә Мөнированың бенефисы 11 ноябрҙә район Мәҙәниәт һарайында “Бейеү иленә сәйәхәт” тип аталған ҙур концерт менән билдәләнәсәк. Был көндәрҙә уға тик ҡотлау һүҙҙәре яңғыраясаҡ, беҙ ҙә Рәфилә Мөғәллим ҡыҙына тик уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото ғаилә архивынан.
Авторы: Гөлнара Солтанова.