Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Октябрь 2023, 13:00

«Төньяҡ амурҙары» — Бөрөлә

Бөрө ҡала Мәҙәниәт йортонда «Төньяҡ амурҙары» исемле тәүге тулы метражлы анимация фильмы күрһәтелде.

«Төньяҡ амурҙары»  —   Бөрөлә
«Төньяҡ амурҙары» — Бөрөлә

Премьераға мәктәп уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылды. Һәр сеанста зал шығырым тулы булды. Шуныһы ҡыуаныслы, йәнһүрәтте «Пушкин картаһы» буйынса ҡарарға мөмкин ине.
«Төньяҡ амурҙары» — Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» дәүләт киностудияһы менән Өфөнөң «Муха» анимация студияһының берлектәге хеҙмәт емеше. Фильм төшөрөүгә 47 миллион һум күләмендә бюджет аҡсаһы бүленә. «Төньяҡ амурҙары» — 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан биш батыр башҡорт һыбайлыһы тураһында бәйән итә. Геройҙарҙың уҡтан һәм ҡылыстан башҡа ҡоралы булмай, әммә был һуғыш уларҙың рухын һындырмай. Француздар башҡорттарҙы «Төньяҡ амурҙары» тип атай: яугирҙарҙың уҡтары дошмандарға амур уҡтарын хәтерләтә. Анимация фильмының төп геройҙары — башҡорт ауылынан биш ауылдаш: аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан һәм Усман, батыр Йомағужа һәм йәш егет Ғәбит. Йәнһүрәттә бөтәһе егерменән ашыу персонаж булды. Улар билдәле йырсылар, музыканттар, башҡарыусылар: Асҡар Абдразаҡов, Фидан Ғафаров, Элвин Грей, Айҙар Ғәлимов, Азамат Ғафаров тауыштары менән һөйләшә һәм йырлай. Шулай уҡ республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм башҡалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Фильмдың тәүге эпизоды тарихи анекдот сюжетын ҡабатлай, уға ярашлы, рус императоры башҡорттарға һуғышҡа саҡырыу өсөн хәбәрсе ебәрә, ә илсе бер кемде лә таба алмай, сөнки башҡорттар ҡара сиңерткә менән көрәшергә китә.
«Тарихи ваҡиғаларға икенсе күҙ менән ҡараныҡ, яңы мәғлүмәттәр алдыҡ, сюжеты буйынса ла бик ҡыҙыҡлы, персонаждар сағыу эшләнгән», — тип тәьҫораттары менән бүлеште студенттар.


Камила Мөхәмәтова.

Бөрө районы.

«Төньяҡ амурҙары»  —   Бөрөлә
«Төньяҡ амурҙары» — Бөрөлә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: